Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдинов (робағиҙар циклынан).
"Түрә"
Түрәлеккә ирештең, ти. Ә артабан?
Байығырға тырыштың, ти. Ә артабан?
Мин-минлегең ергә һыймай, осоп мендең,
Иң түренә гәрештең, ти.
Ә артабан?
Ағутаға һорау бирҙем:”Һин кем әле?”
Һорауымды аңламаны: “Әллә?”- тине.
Ул бит миңә:”Бөгөн түрә, ә иртәгә -
Бары төпрә”, - тип әйтергә тейеш ине.
“Минең урын – сәйәсәттә”, - тинең. Ай-һай!
Ошомо ни һинең яңы динең? Ай-һай!
Дин асылы – тыныс күңел, таҙа намыҫ.
Уй-ғазапһыҙ үтерме бер көнөң? Ай-һай!
Ай аҫтындағы иң татлы шәй дан түгелме?
Дан тигәндең игеҙәге шан түгелме?
Төптәнерәк уйлап баҡһаң, икеһе лә
Аң-зиһенде томалаған саң түгелме?
Ҙур түрәгә йәшәү ҡыйын – дуҫтары юҡ,
Ата-әсәһе, ҡәрҙәше, тиң-тоштары юҡ.
Ул, ғүйә, бер ағас: алтын ботаҡтарҙа
Көмөш япраҡ.
Әммә һайрар ҡоштары юҡ.
Бер түрәнең дуҫы түгел – ҡуштаны
Һүҙ йөрөттө, араларҙы бутаны.
Бәй, тегеһе түрәлектән төшкәйне,
Былар хәҙер бер-беренең дошманы.
Тәхет менән бәхеттең зат-зәүере юҡ.
Була ҡалһа, бер ҡасан да хәйере юҡ.
Ләкин шуға ҡарамаҫтан, кешелектең
Улар өсөн көрәшмәгән дәүере юҡ.
Ғәжәп: балыҡ ҡойроғоган серей, имеш.
Түрә-ҡара ил тип сабып йөрөй, имеш.
Йөрөр һиңә, атаң башы! Тот ҡапсығың –
Сираттағы төштәремдең бере, имеш.
Халҡын уйлар юлбашсының аты бөйөк,
Йәһүд өсөн йәне фиҙа Муса кеүек.
Әгәр булһа ил ҡайғыһы төштән кире,
Ул иләймән түгел, ә бер тере көйөк.