Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
6 Апреля , 03:33

"Беләм, килер ғүмеремдең"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Беләм, килер ғүмеремдең""Беләм, килер ғүмеремдең"
"Беләм, килер ғүмеремдең"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Был йыр ғәжәйеп һәләтле шағир, яҡташыбыҙ һәм ҡәләмдәшебеҙ Эдгар ағай Вилдановтың һүҙҙәренә һалынды, йәне йәннәттә булһын.

"Беләм, килер ғүмеремдең"

 

Беләм, килер ғүмеремдең

Бер заман һуңғы мәле-

Зыяратҡа көрәк тотоп

Дуҫтар килерҙәр әле.

Ҡатын- ҡыҙҙар күҙ сылатыр,

Ирҙәр түҙерҙәр әле.

Һеңлеләрен аҡ кәфенгә

Беләм, төрөрҙәр әле.

Яҡындарым, ауылдаштар

Оҙатып барыр әле,

Кемдер тәҙрә аша ҡарап

Ҡыуанып ҡалыр әле.

Хәҙрәт: "Ниндәй кеше ине?"-

тип һорау алыр әле,

Яуап тик минең үҙемә

Сер булып ҡалыр әле.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас