Яйыҡ
+6 °С
Дождь
Новости
6 Апреля , 04:23

"Илселәр"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ

"Илселәр""Илселәр"
"Илселәр"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

 

"Илселәр"

Маҡтау һүҙҙәрен әйтәйем,
Һеҙгә, уңған Илселәргә.
Ауылығыҙ шундай бай ул
Һәйбәт, ипле кешеләргә.
Ышыныслы һәм ҡыйыу һеҙ,
Хөрмәтем ҙур Илселәргә.
Иң - иң ауыр саҡтарҙа ла
Һеҙгә була иң терәргә!
Кәңәшем бар ҡыҙ эҙләгән
Телсәр, шаян димселәргә.
Һылыу ҡыҙҙар күҙләһәгеҙ,
Барығыҙ һеҙ, Илселәргә.
Ауырып китһәм, йөрөмәйем
Дауа эҙләп имселәргә.
...Көс - дәрт, илһам алыр өсөн, -
Югереп барам Илселәргә!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас