Коммерцияға ҡоролмаған автоном “Мәрхәмәтлек бүләк ит” ойошмаһының ойоштороусыһы һәм директоры Регина Данил ҡыҙы Абзалованы “Рәсәй ҡатын-ҡыҙы” II Милли премияһының финалына сығыуы менән ҡотлайбыҙ!
Рәсәйҙең бөтә тарафтарынан меңдән ашыу иң аҫыл кандидаттар ҡатнашып, иң яҡшы 20 иҫәбенә эләгеү үҙе оло ҡаҙаныш. Бүләкләү танатанаһы Мәскәүҙә 29 апрель үтәсәк.
Был ҙур конкурс бизнес, фән, сәнғәт, спорт, мәғариф, медицина һәм башҡа өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән, рухи һәм социаль үҫешкә тос өлөш индергән гүзәл зат вәкилдәрен асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
“Мәрхәмәтлек бүләк ит” ойошмаһының тәғәйенләнеше – физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм уларҙың яҡындарына һәр яҡлап булышлыҡ итеү. Бер форсатты ла ысҡындырмай, ауыр тормош хәлендәге кешеләргә йәмғиәттә үҙ урындарын табырға, һәләттәрен үҫештерергә, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә, сәләмәтлектәрен нығытырға, ваҡыттарын күңелле һәм файҙалы үткәрергә лайыҡлы шарттар булдыралар. Сағыу һәм масштаблы төрлө-төрлө сара-байрамдары тураһында гәзиттә ҙур һоҡланыу менән даими яҙып торабыҙ. Яҙмаҫлыҡ та түгел бит: әлеге статуста эшмәкәрлек алып барған 2019 йылдан бер тапҡыр – Башҡортостан Республикаһы һәм биш тапҡыр (!) Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге грант конкурстары еңеүселәре булдылар! Афариндан башҡа ни әйтәң инде, быға ирешеү өсөн аң-зиһенле, йүнсел, мәрхәмәтле булыу менән бер рәттән, үҙеңә ышанған кешеләрҙең өмөттәрен аҡлау өсөн баҙнатлылыҡ һәм ҡыйыулыҡ та талап ителә. Гранттарҙың исемдәре үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләй: "Сикләүҙәрһеҙ тормош" , "Беҙ төрлө, ләкин тиң", "Мәрхәмәтлек студияһә", "Көс - рухта", "Мөмкинлектәр сикле –һәләттәребеҙ сикһеҙ”. Ошо рәүештә тәбәгебеҙгә өҫтөмә рәүештә ҡайтартылған йыһаз, инвентарь, ҡорамалдарын иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел! Һәм береһе лә буш тормай бит әле!
Регина Данил ҡыҙының киләсәкә изге ниәттәре бихисап. Аллаһ бойорһа, эшмәкәрлектәрен гәзитебеҙҙә артабан да яҡтырта барырбыҙ.