

Изге тау Белорет районында урынлашҡан. Өфөнән Белоретҡа барғанда, бер нисә сәғәттән һуң Инйәр ауылы. Инйәр үҙәгендә ошо Бәләғош тауы ҡалҡып тора, ул Мөхәббәт тауы булараҡ билдәле.
Тауҙың ниндәйҙер сихри көскә эйә булыуына күтәрелгәндә уҡ тоя башлайһың. Бейек булыуға ҡарамаҫтан, күтәрелә барған һайын еңеллек тояһың, йәшәү көсө алғандай булаһың, тиҙәр сәйәхәтселәр. Ышаныуҙар буйынса, был тау ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла дауалай, ата-әсә булыу шатлығын бүләк итә икән. Оҙаҡ ваҡыт ауырға ҡала алмаған ҡатын-ҡыҙҙар махсус рәүештә килеп, Мөхәббәт тауына күтәрелә, унан энергия алалар. Һәм был ысынлап та бойомға аша, күп ҡатындар тап Мөхәббәт тауына барғандан һуң бала тапҡандарын һөйләй.
https://i-gazeta.com/articles/obshchestvo/2025-03-19/v-bashkirii-raskryt-glavnyy-sekret-kak-gora-lyubvi-pomogaet-zachat-rebenka-4162219