

2-се һанлы моделле ҡала китапханаһында йәштәргә киләсәккә һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү сараһы ойошторолдо. 2-се урта мәктәптең 6-сы, 7-се синыф уҡыусылары менән осрашыуға С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжынан уҡытыусылар Гүзәл Уҙаҡбаева, Әнисә Хажиева, социаль-психологик ярҙам үҙәгенән Аида Талиповалар килде.
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү үтте. Балалар колледжа ниндәй һөнәрҙәр алып булыуы, был төр белгестәр алдында асыласаҡ мөмкинлектәр тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланылар, үҙҙәренең ниндәй дәирәләргә ынтылыш үә һәләттәрен яҡшыраҡ күҙаллау өсөн профориентация буйынса тест үтеп кинәнделәр, ни менән мауығыуҙары тураһында һөйләнеләр.
Иң ныҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡаны – студенттар яһаған “Урал батыр” эпосы буйынса костюмдар коллекцияһы, башҡа ҡул эштәре. Эйе, күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ, тәрән мәғәнәгә эйә ҡомартҡылар! Декоратив-ҡулланма һәм халыҡ кәсептәре бүлексәһендә бик тә оҫта кешеләр уҡыта һәм уҡый икән.
Осрашыуҙың аҙағында колледжға уҡырға инеү шарттары менән буклеттар таратылды, уҡыусылар имтихандарҙы үтә алыу өсөн алдан әҙерләнеү тураһында ғәмәли кәңәштәр ишетте. Бик тә файҙалы, сағыу һәм күңелле осрашыу булды, бар ҡатнашыусыларға рәхмәт.
P.S. Сара “Эҙләнеү. Булмыш. Һөнәр” тип аталды. Бик мөһим эш! Күңеленә ятҡан эште таба алмаған кеше үҙе лә интегә, башҡаларға ла файҙа килтермәй. Әле боронғо Конфуций тигән аҡыл эйәһе әйтеп ҡалдрыған бит:” Үҙеңә оҡшаған шөғөл тапһаң, бар ғүмереңде ауыр хеҙмәт итеп түгел, кинәнеп үткәрәсәкһең”.
Гөлнара Таипова, китапханасы