

«Был сәфәрҙең еңелдән булмаясағын алдан һиҙемләй инем. Бөгөн фронтта хәлдәрҙең нисек торғанын яҡшы белдем. Шуға ла юлға ҡуҙғалғанда ул турала артыҡ уйламаҫҡа тырыштым. Төп маҡсат, яугирҙәр янынан имен-аман барып етеп, гуманитарканы тапшырыу. Маршрут буйынса беренсе көн Антрацит, Красный Луч, Дмитровка, Макеевка, Моспино, Донецк ҡалалары. Барыһына ла барып етеп өлгөрөргә кәрәк, ә нисек? Тота килеп телефондан ғына шылтыратып булмай, сөнки дрондар арҡаһында бәйләнеш юҡ, элемтә һүндерелгән. Ошо сәбәпле навигатор ҙа юнләп эшләмәй. Етмәһә, юлдар ҙа ябыҡ, бында машиналарға, кешеләргә “прилеттар” булған. Көс-хәл менән тәғәйен нөктәгә барып еттек. Егеттәребеҙҙең нисек ҡыуанғандарын күрһәгеҙ ине?! Улар менән бергә беҙ ҙә шатланабыҙ, күҙгә ирекһеҙҙән йәштәр килә. Яугирҙәргә ебегәнемде күрһәтмәҫкә тырышам, ситкә генә боролоп ең осом менән шәп кенә күҙҙәремде һөрткөсләп, көсәнеп йылмайып уларға ҡарайым. Бөгөн беҙ яҡташыбыҙға мотоцикл, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәре, ит ҡалдырҙыҡ. Уның шул тиклем беҙҙең менән ҡайтаһы килде, хатта икенсе нөктәгә барғас, артыбыҙҙан уҡ килеп еткән. Беҙҙе оҙаҡ ҡына ҡосаҡлап торғандан һуң: “Һеҙҙән тыуған өй еҫе килә”, - тине. Үҙе йылмайырға тырыша, күҙҙәрендә һағыш... Егеттәр һағынышҡан, әммә дошманды еңмәйенсә ҡайтырға уйыбыҙ юҡ, тиҙәр. Үҙҙәрен ҡалдырмауҙарын үтенәләр. Берҙәм булғанда ғына еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тиҙәр. Һис шикһеҙ!
Ул арала Музыканың яуҙаштары килеп етте. Бер мәл уға һары “копейка” ебәргәйнек. Музыка үҙе ҡаты яра менән хәрби госпиталдә. Яуҙаштары беҙ алып ҡайтһын тип әйберҙәрен килтергәндәр. Уларҙы буш ҡул менән ебәрә алманыҡ Альберт ағайҙың ҡатыны Света бешергән сәк-сәк, ит бирҙек.
“Ара” позывнойлы яугиргә аҙыҡ-түлек, маскировка селтәре, Лариса Камилевна етәкселегендә “ZA ребят Учалы” төркөмө алған генератор тапшырҙыҡ. Шулай уҡ атаһы посылка ебәргән ине, уны ла ҡалдырҙыҡ. Шунда уҡ Хисма килеп етте. Уға ла күстәнәс етерлек, әсәһенән посылка, аҙыҡ-түлек ит һәм башҡаһы. Аҙыҡ-түлекте Миндәк ауылы халҡы йыйып ебәрҙе. Хисманан һуң мобилизацияланған яугирҙәр эргәһенә киттек. Уларға “Жигули” алып барабыҙ. Егеттәр “Нива” менән ҡаршыбыҙға килделәр. Машинаны беҙ һатып алғайныҡ, яҡшы эшләй, унһыҙ бында булмай, ярҙамы ҙур, тиҙәр. Һатып алған техникаларҙың төҙөк эшләүҙәре, егеттәребеҙгә ярҙамы тейеүенә ҡыуанабыҙ.
“Жигули”ны ошонда уҡ бушаттыҡ. Әйтәгүр, еңел түгел икән ул. Шулай ҙа беҙҙеккеләр берҙәм, дәррәү генә эш итеп ҡуйҙылар. Мобилизацияланыусыларға аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеялдар тейәнек. Яугирҙәр пакеттарҙағы әҙер аштар һорай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙарҙы беҙ эшләмәйбеҙ шул.
Аҙыҡтарын тейәп бөтөп тә өлгөрмәнек, бер мәл һауала ҡурҡыныс тауыш менән нимәнеңдер осоп килгәне ишетелде. Яугирҙәр тәжрибәле, күҙ асып йомған арала машиналарының утын һүндереп, кемеһе ҡайҙа, юҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Мин иһә бағана кеүек ҡаттым да ҡуйҙым. “Эля, тиҙерәк йүгер!” – тип Ғазинур ҡысҡыра башланы. Ә мин һаман торам, нимә эшләргә, ҡайҙа йүгерергә, ҡасырға, аңламайым. Ошондай ваҡытта үҙеңде нисек тоторға кәрәкле тураһында ҡағиҙәләрҙе әҙ уҡымағанмын, ҡабатлау таблицаһы кеүек, яттан беләм, төнөн уятып һораһалар ҙа һөйләп бирә алам. Шундай хәлгә ҡалһам, ошолай эшләргә, тегеләй эшләргә кәрәк, тип шәбәйәһең. Ә ысынбарлыҡта улай түгел икән! Әгәр тәжрибәң юҡ икән, юғалып ҡалаһың. Беҙҙең водитель Ирек, ғүмерендә лә шулай тиҙ йүгермәгәндер моғайын бөгөнгө һымаҡ! Аллаға шөкөр, ғүмеребеҙ бөтмәгән икән. Эргәбеҙҙән генә үтеп китеп ситкә ҡолап төшә. Ҡайҙа эләккәндер, белмәйбеҙ. Әммә был ҡурҡыныс тауышты бер ҡасан да онотмаясаҡмын, бөтә ғүмерем күҙ алдымдан үтте. Барыһы ла тамамланғас ҡына, тубыҡтарымдың һаман ҡалтырауын аңланым. Яугирҙәр бындай хәлдәргә күнеккән. Көнөнә бер нисә тапҡыр “прилеттар” булғылай тиҙәр. Дошман бөтөнләй ажарланған. Шуға күрә беҙҙе бер кем дә үҙ янына төнгөлөккә йоҡларға ла алманы. Бик хәүефле. Беҙҙекеләргә туранан-тура һөжүм итәләр... Бөгөн беҙҙең яугирҙәрҙең машинаһын утҡа тотҡандар, улар беҙ килтергән гуманитар йөктө алып китеп баралар ине. Бәхеттәренә күрә шартламаған, бик һирәк күренеш, бәхеттәре бар икән...
Көс-хәл менән буш отель таптыҡ, дүрт кешелек бүлмәгә 10000 һум түләнек. Донецк өсөн был арзан әле, ҡиммәттәре лә бар. Һайланып торорға мөмкинлек булманы, барына ҡәнәғәт инек, сөнки эт кеүек арығанбыҙ, үлтереп йоҡо килә. Етмәһә, асбыҙ, эстә бүреләр олой. Һуңғы тапҡыр юлда ашаныҡ та шуның менән вәссәләм. Дөрөҫөн әйткәндә, ашауҙы уйларға ваҡыт та булманы, беҙгә тиҙерәк егеттәребеҙгә кәрәк-яраҡтарын тапшырып өлгөрөргә кәрәк ине. Донецкийҙа магазиндар, кафелар сәғәт киске 10-да ябыла. Сәриә Мөжип ҡыҙы биргән трубочкалар менән сәй эстек тә йоҡларға яттыҡ. Иртәгәһенә иһә тағы ла ашау ҡайғыһы юҡ ине. Тиҙерәк юлға ҡуҙғалырға кәрәк, беҙҙе дүрт күҙ менән егеттәребеҙ көтә. Бөгөн беҙ Луганск, Яңы Айҙар, Старобельск, Рубежныйға барабыҙ.
Донецкийға посылкаларҙы алып барып ҡалдырып, Лугансикйға юлланабыҙ. Бында беҙ иртә таңдан яҡташыбыҙ Сибаның хәрби иптәштәрен осраттыҡ. Уның өсөн посылкалар тапшырҙыҡ. Сиба үҙе отпускыла, оҙаҡламай килә, ә уға тигән генератор һәм башҡа кәрәк-яраҡ уны көтә лә инде.
Юлда барғанда тирә-яҡты күҙәтәм. Позицияларҙа янған һәм шартлатылған машиналар күп осрай. Хәүефһеҙлек маҡсаттарында шәп барырға тырышабыҙ. Юлда тағы “прилет” булды, саперҙар эшләй. Төшкө ашты ла ашамағанбыҙ, сөнки тиҙ арала посылкаларҙы тапшырып бөтөргә кәрәк.
Бесәй һәм уның хәрби иптәштәре өсөн ит, медицина һәм тәмләткестәр ҡалдырҙыҡ. Яугирҙәр ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Уларҙың һөйләгәндәрен камераға яҙҙырырға тырышабыҙ, күптәре ояла, тулҡынлана. Әйтер һүҙҙәрен оноталар, ахырҙа текст яҙып бирергә тура килде.
Беренсе туҡталыш Луганск. Медик яҡташыбыҙҙы эҙләйбеҙ, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре уға посылкалар ебәргәйне. Әммә ул бынан сығып өлгөргән икән. Шуға ла киләһе туҡталыш Яңы Айҙар. Ураҙ ауылынан яҡташыбыҙҙы көтәбеҙ. Булған бөтә нәмәбеҙҙе лә таратып бирҙек. Барыһын да тигеҙ итеп бүлергә тырыштыҡ. "Айыу" ярҙамдары өсөн ирекмәндәргә һәм ураҙҙарға рәхмәт белдерә. Беҙҙең башҡа ирекмәндәребеҙ Урал Шөғәйепов, Айнур Моратов, Венера Ғөбәйҙуллина ла гуманитар йөк менән килделәр. Яугирҙәр менән бергә Ураҙа байрамын билдәләнеләр, доғалар уҡынылар, егеттәребеҙ рәхмәтле. Уларға ла еңел булмаған шарттарҙа йөрөргә тура килде. Алдарынан ғына гуманитарка алып китеп барған машинаны яндырғандар.
Артабан Старобельскҡа ҡуҙғалдыҡ, бында килгәс, беҙҙе көтөлмәгән сюрприз көтә ине. Командир Иректе “МХО-ға ярҙам иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Иректе наградаһы менән ҡотлайбыҙ, ул уға ысынлап та лайыҡ. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡалар еңел автомобилдәрендә инергә ҡыймаған нөктәләргә, үҙенең алты метрлыҡ Газеле менән һалдаттарыбыҙға өйҙән ебәрелгән посылкаларҙы тапшырыу өсөн генә инә бит ул. Ҡасандыр ирекмәндәрҙең үтенесе менән МХО-ға гуманитар ярҙам алып барған һәм бөгөнгәсә ошо миссия менән йөрөгән ябай кеше. Февралдә лә беҙҙең үтенес буйынса Белгород йүнәлешенә барып ҡайтты. Бик изге күңелле, тәрбиәле, кешелекле, тыйнаҡ, оло йөрәкле асыҡ кеше! Ҙур рәхмәт һеҙгә, Ирек Сәлих улы сикһеҙ ярҙамығыҙ өсөн!
Илдус Ниваны яугирҙәргә тапшырырға китте. КП-нан үткәрәләрме белмәйбеҙ, көтәбеҙ. Уның өсөн бик борсолдоҡ, сөнки ул барған урында бәйләнеш бөтөнләй юҡ. Илдус маладис, Ниваны имен-аман тапшырып әйләнеп ҡайтты. Машинаға тулы бак яғыулыҡ һалғайныҡ, двигателенә запасҡа май һатып алдыҡ. Бер көн элек егеттәрҙең тағы бер УАЗ-иктарын яндырғандар, Нива бик таман булды үҙҙәренә. Бер ниндәй “птичка” һөжүм итә алмаһын, тип теләйбеҙ. Оҙаҡ хеҙмәт итһен. Илдус ыңғайы военторгта Иманғолдан Ястребҡа посылка ҡалдырған, яугир һуңынан шунан килеп аласаҡ. Северодонецкийҙа 3500 һумға такси табып беҙҙе алып барырға риза булдылар.
Киске һигеҙҙә посылкаларҙың барыһын да тапшырып бөттөк. Тағы Старобельскийҙабыҙ, ашауҙы онотҡанбыҙ. Бында магазиндар 14.00 сәғәткә тиклем генә эшләй. Саҡ бер асыҡ магазин таптыҡ, тиҙ-тиҙ ҡапҡылап, сик буйына юлландыҡ. 24 сәғәт бер туҡтауһыҙ барҙыҡ. Икенсе көн ҡайтырға сыҡҡанға. Арығанбыҙ, һәр кем үҙенең кисерештәренә сумған, егеттәр менән һөйләшеүҙәр тураһында уйлай. Күптәр миңә, Эля, һин унда нимәгә барҙың, тип аптырай. Яуап бер – мин эмоциональ янып бөтөп барам. Төркөмдө алып барыуыма ике йыл, ошо ваҡыт эсендә кисергәндәремде аңлатып бөтөрлөк түгел. Көн һайын аҡса йыйыуҙар, нисек һатып алырға, нисек ебәрергә, тигән бер туҡтауһыҙ һорауҙар. Ваҡыт еткерәлмәгән мәлдәр. Егеттәребеҙҙе ерләүҙәр... Ә шул уҡ ваҡытта күптәр Дубай өсөн борсола. Сөнки унда юлдар ябыҡ, ә улар ял итергә теләй. Кемдәрҙер төнгө клубтарҙан ҡайтмай, сөнки уларға һуғышҡа, туҡтауһыҙ егеттәребеҙҙе ерләүҙәргә барыбер. Ошо кешеләрҙе бер тапҡыр булһа ла егеттәребеҙ янына ебәреп, дары еҫен еҫкәтеп, “дрондар” аҫтынан йөрөтөп ҡарарға ине. Бәлки, шул саҡта уйланырҙар ине. Ҡайтып барам, һәм уйлайым. Ниндәй арыу, яныу тураһында һөйләйем мин. Мин һеҙҙең менән түгел, унда 20 йәшлек егеттәребеҙ арыған. Беҙ бында йылы таҙа түшәктә йоҡлайбыҙ, көн һайын, көнөнә өс тапҡыр тәмле аштар ашайбыҙ, ә улар түгел! Бала ғына малайҙар, беҙҙең гуманитар йөктө күреү менән, беренсе һорауҙары, әҙер аш бармы, булды. Астар, арығандар, әммә көслө рухлы булып ҡалғандар. Улар бына ысынлап та арыған... Егеттәребеҙ өсөн йөрәгем әрней. Улар унда беҙҙе һаҡлап үлем менән көрәшкәндә, беҙ уларға дрон өсөн айҙар буйы аҡса йыябыҙ. Аҡсаны ла бер үк битараф булмаған кешеләр ебәрә. Ә башҡалар өсөн әйтерһең дә һуғыш юҡ. Егеттәребеҙ өсөн үкенесле... Әммә беҙ бирешмәйбеҙ, Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!
Әлиә ДАУЫТОВА.