

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдинов (робағиҙар циклынан).
"Мөхәббәт"
Һәр бер ғашиҡ һөйгәненә:”Яратам, -ти.
Һин теләһәң, ҡышын былбыл һайратам”,-ти.
Тормош көлә;” Башҡа-башҡа еп инегеҙ,
Икегеҙҙе бер йомғаҡҡа сиратам”, -ти.
Иң ысыны был донъяла – тәүге һөйөү,
Уның һүнмәҫ ялҡынында янып-көйөү.
Ҡалғандары аҙаҡ: юҡҡа үпкәләшеү,
Айырылышыу хөкөмөнән ярты үлеү.
Мөхәббәт тә үҙенсә бер ауырыуға тиң, имеш,
Сирлеләрҙең береһе һин, ә береһе – мин, имеш.
Был сир менән әлмисаҡтан яфалана кешелек,
Сөнки уның дауаһы юҡ, ә төрҙәре – мең имеш.
Мөхәббәттең асылында һағыш ята,
Төндө көнгә әйләндергән балҡыш ята.
Сағыштырып әйтһәк, һары ерлектәрҙе
Ҡан-йәш менән семәрләгән нағыш ята.
Маңлай күҙең һуҡыр булһа - ярты бәлә,
Барыр юлды һәрмәләнеп табып була.
Күңел күҙең тома һуҡыр булдыниһә,
Иң бисара тере йән һин был донъяла.
Мөхәббәт тә үҙенсә бер ауырыуға тиң, имеш,
Сирлеләрҙең береһе һин, ә береһе – мин, имеш.
Был сир менән әлмисаҡтан яфалана кешелек,
Сөнки уның дауаһы юҡ, ә төрҙәре – мең, имеш.