

Халҡыбыҙҙың фольклор йолалары алтын-ынйыларҙан да ҡиммәтерәк рухи байлыҡ ул. Шул йолаларҙа башҡорт халҡының тарихы, көнкүреше, сәсмә ижады асыҡ ярылып ята.
Һуңғы йылдарҙа йолаларҙы тергеҙеү, баҫма юл аша китап итеп баҫтырып, халыҡҡа еткереү өҫтөндә бик күп эштәр башҡарыла. Районыбыҙ ағинәйҙәре коллективтары ниндәй генә йолаларҙы тергеҙеп, халыҡҡа еткермәнеләр, һанап бөтөрлөк түгел ....
Беҙҙең Амангилде ауылының мәҙәниәт усағы ойошторған " Самауыр байрамы" апрель баштарында шаулап-гөрләп уҙып китте. Был йоланы беҙ тиктән генә һайламаныҡ, сөнки самауыр борон замандарҙан башҡорт халҡының айырылмаҫ көнкүреш атрибуты булып торған. Көнөнә бер-нисә тапҡыр самауырҙа тәмле сәй эсеү өсөн татлы һыу ҡайнатыу, килгән ҡунаҡтарҙы ошо самауыр сәйе менән ҙурлап һыйлау үҙенә күрә бер йола булған һәм бөгөнгө көндәрҙә лә шулай ҡала килә.
Самауырҙа сәй ҡайнатыу өсөн иң татлы шишмә һыуын килтерер булғандар, сәйҙе тамләтер өсөн шифалы үләндәр( мәтрүшкә, ҡарағат, сейә япрағы һәм башҡа) айырым сәйнүктә бешергәндәр. Ошо файҙалы сәй кешегә көс, ҡеүәт өҫтәгән, һаулығын нығытҡан һәм, иң мөһиме, ул халыҡты берләштергән, дуҫлаштырған, таныштырған. Самауыр сәйенә саҡырыу ул оло хөрмәт, киң күңеллек күрһәтеү тип һаналған. Табын артында фекер алышҡандар, уртаҡ ҡарарҙар ҡабул ителгән. Сәй табынының ниндәй булыуына ла ҙур иғтибар бүлгәндәр. Тәмле-татлы ризыҡтар самауырҙың тирә-яғын уратып ултыртыла, уға үзенә күрә бер йәм, байрам төҫө өҫтәгән.
Беҙ ойошторған " Самауыр байрамы"на күрше Сораман, Ҡәйепҡол ауылдарынан фольклор коллективтар килделәр. Сара барышында һәр ауыл вәкилдәре үҙҙәре менән алып килгән боронғо самауырҙары менән таныштырып үҙҙылар һәм сәй үләндәренең кеше организмына булған ыңғай тәьҫире, уның файҙаһы тураһында ентекләп һөйләп үттеләр. Гөлфиә Ғәлиулла ҡыҙы Нажарова самауырҙың ҡайҙан килеп сығыуы тарихы менән таныштырҙы, өләсәһенән ҡалған самауыр тураһында һөйләне. Фирҙәүес Гәрәй ҡыҙы Махиянова балаларҙы үҙенең шифалы сәй үләндәре менән таныштырҙы.
Байрам сараһы йыр-бейеү, таҡмаҡтар, инсценировкалар менән үрелеп барҙы.
Амангилде ауылы хакимиәте башлығы Айҙар Мөхтәр улы Исламов матур йола сараһын асып, ҡатнашыусыларҙың барыһын дә тәбрикләп уҙҙы. Ауылыбыҙҙың депутаты Миңсәлим Гәрәй улы Суфиянов байрамдар ҡатнашыусыларҙы ҡотлап һәм ҙурлап, грамоталар менән бүләкләне.
" Самауыр байрамы" йола сараһына ентекле әҙерләнеп килгән Сораман, Ҡәйепҡол ауылы коллективтары, сараны үҙҙәренең сығыштары менән матурлаған Амангилде ауылының " Дуҫлыҡ" ансамбленә, килгән тамашасыларға, балаларға оло рәхмәтттәремде еткерәм!
Артабан дә әлегеләй берҙәм булып, халыҡ йолаларын тергеҙеп, матур байрамдарҙа осрашып, халыҡты, күберәк йәш быуынды ошо сараларға йәлеп итеп, дуҫ-тартыу йәшәргә насип итһен!
Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен!
Гүзәл Шәрипова, Амангилде мәҙәниәт йорто мөдире