

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Мәүлит Ямалетдинов (робағиҙар циклынан).
"Һәр әҙәмдең өлөшө бар"
Ҡолап ҡалдым мөхәббәтең атынан,
Баҫтырҙым, тик етә алманым артынан.
Атһыҙ иргә хәҙер ниндәй иғтибар
Булһын инде ҡатын-ҡыҙҙар затынан.
Йәшлек үтер, ҡартлыҡ килер бер заман,
Бәлтерәп, кәм-хур итер бик яман.
Уныһына түҙерһең, тик йөрәгең
Йәп-йәш ҡалып интектерер, уҙаман.
Бер мендерә, ымһындырып, түренә,
Бер төшөрә ҡыуып тупһа төбөнә.
Әйтегеҙсе, аҙағына ҡәҙәре
Кем төшөнгән был тормоштоң серенә?
Яңғыҙ кеше – йөҙө ҡайтҡан бысаҡтай,
Ҡараусыһыҙ, уты һүнгән усаҡтай.
Йылдар буйы буш тороуҙан ҡорғаҡһып,
Сит-ситенән ярылған туҫтаҡтай
Һәр әҙәмдең был доъяла өлөшө бар,
Өлөшөнә төшә торған көмөшө бар.
Тәпәндәге балға дегет төшмәүендә
Ҡапҡастың да үҙенә күрә тейеше бар.
Күкрәгендә дөрләһә лә ут-ялҡын,
Яҡшы ҡатын түбәнһетмәҫ ир хаҡын.
Бындай ҡатын һирәк.
Уны башҡаға
Алыштырма, бирһәләр ҙә мең алтын
[Speech]
Күкрәгендә дөрләһә лә ут-ялҡын,
Яҡшы ҡатын түбәнһетмәҫ ир хаҡын.
Бындай ҡатын һирәк.
Уны башҡаға
Алыштырма, бирһәләр ҙә мең алтын.