

Яҙғы баҫыу эштәренең тактикаһын билдәләгән район агрономик конференцияһы үтте. Үҙенсәлектәре тураһында район хакимиәте башлығының урынбаҫары Илдар Заһировтың һөйләп биреүен һораныҡ.
-Метеоролгтарҙың фаразы буйынса июнь-июль айҙары ғәҙәттәгенән эҫерәк, ҡоро көтөлә. Шуға ла сәсеү эштәрен 10 көн, иң күп тигәндә 2 аҙнала үткәреү талабы ҡуйыла, ерҙәге дымды максималь күләмдә ҡулланып өлгөрөү шарт. Был аҙнала, көн ирек бирһә, дым ҡаплау, сәсеүлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу эштәре башланасаҡ. Донъя ҡалайға әйләнеүе билдәһеҙ, шуға ла яғыулыҡ-майлау материалдарын әленән бар кампанияға етерлек итеү туплау зарур. Кәрәкле күләмдә орлоҡ бар , әммә бер әтнәкә пәйҙә булды – мал аҙығына ла 3-сө репродукциянан түбәнерәк орлоҡто сәсергә хәҙер ярамай. Ҡыш йомшаҡ килгәс, “вредная черепашка” ҡандалаһы, тамыр сереү һәм башҡа сирҙәр сәсеүлектәргә зыян килтереүе мөмкин. Ә бына һарынса (саранча) буйынса әлегә хәүефле фараздар юҡ.
Әңгәмәнең аҙағында: “Сәсеүгә ҡағылмаһа ла, ветеринар именлек тураһында иҫкә төшөрәм, - тине Илдар Нәжәт улы.-Бешмә, бруцеллез, түләмә, ҡотороу кеүек ҡурҡыныс сирҙәр күрше төбәктәрҙә беленә. Ҡаршы тороу өсөн барыһына ла 4 талап ҡуйыла: 100 % вакцинация, рөхсәтһеҙ мал ташымау, мал үлеү осраҡтары тураһында шундуҡ ветеринарҙарға хәбәр итеү һәм ауыл хужалығы малдарын страховкалау. Аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәһен!”-тип тә иҫкәртте әңгәмәсебеҙ.
Ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Наилә Хөснийәрованан алған мәғлүмәт буйнса, быйыл районда яҙғы баҫыу эштәре сама менән 26 мең гектәрҙа үтәсәк, шул иҫәптән иген – 11 мең, техник культуралар - 2,5 мең, мал аҙығы культуралары – 11,7 мең гектар. Йәшелсә 823 гектар биләйәсәк. Майҙан былтырғынан 2,3 мең гектарға күберәк. Шул иҫәптән файҙаланылмаған ауыл хужалығы ерҙәрен йәнә әйләнешкә индереү буйнса ҙур план алынған – 770 гектар. Был эштә дәүләт нисек булышлыҡ итә, ғөмүмән, ауыл хужалығы өлкәһендәге яңылыҡтар менән район хакимиәте сайтында ентекләп танышырға мөмкин -https://uchaly.bashkortostan.ru/activity/14073/
P.S. Ә баҫыу эштәре башланды ла инде. Был мәҡәлә гәзиттә сыҡҡан арала Илдар Заһиров хәбәр итте – 8 апрель көнө “Байрамғол” агрофирмаһында күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен өҫтәмә туҡландырыуға төштөләр. Хәйерле сәғәттә!