

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ғәлиәхмәр"
Алыҫ юлда маяҡ булыр,
Күңелдәргә өмөт өҫтәр.
Учалымдың йөҙөк ҡашы, -
Матур ауыл, Ғәлиәхмәр!
Ауыл ҡарттарың иманлы,
Уңған, дәртле һиндә йәштәр.
Тәбиғәтең шундай хозур, -
Ожмах иле, Ғәлиәхмәр!
Илгә дошман кергән саҡта,
Бирҙең күпме атлы ғәскәр.
Яугирҙәрең еңеү яулап, -
Дан ҡаҙанды, Ғәлиәхмәр!
Иһ, һин ауыл - йырлы бишек,
Һәр бер балаң тоя хәстәр.
...Намаҙлы таңдар аттырып, -
Мәңге йәшә, Ғәлиәхмәр!