Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
13 Апрель , 09:20

Әүлиә шишмәһе уянған

Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе уянған. Был турала яҡташыбыҙ Фәнүр Шаһиев хәбәр итә. Әйткәндәй, быйыл "Әүлиә" башҡа йылдарға ҡарағанда иртәрәк "уянды".

Әүлиә шишмәһе уянғанӘүлиә шишмәһе уянған
Әүлиә шишмәһе уянған

- Шишмә уянһа ла, һыуы әлегә күтәрелмәгән, шуға ла һыуҙы аҫтағы Йыланды һәм Сәлихә шишмәләренән алырға була. Һыуҙары тәмле, файҙалы, сират юҡ. Аш-һыу әҙерләү һәм башҡа маҡсаттарҙа ҡулланырға мөмкин. Ә инде Әүлиәнең ошо арала тулыланыуы көтөлә, һыу кимәле күтәрелеп, шишмә яҡынса 25 көн аға, һуңынан 10-15 көн эсендә кәмей барып, киренән ер аҫтына инеп юғала. Шишмә уртаса 40 көн аға. Быйыл яҡынса май аҙаҡтарына тиклем һыуы булыр, тип көтөлә, - ти Фәнүр Фәнит улы.

Яҡташыбыҙ әйтеүенсә,.

Май- июнь айҙарында ғына урғылған мөғжизәле инеште Ғәрәбстандағы Зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар. Изге һыуҙың төрлө ауырыуҙарға дауа булғанына ышанған халыҡ күпләп шишмәгә ағыла. Бының өсөн ябай аңлатма ла бар. Һыуҙағы химик матдәләр кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһай, ул минералдарға бай. Ундай уникаль шишмә башҡа ерҙә юҡ - һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Шифаһы лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған.

Шишмә ошо ерҙәрҙә көн иткән ҡәүемдәргә 8 быуатта ислам динен таратырға килгән дин әһеле Әүлиә исеме менән аталған. Был мосафир тураһында төрлө легенда-риүәйәттәр йәшәй, шуларҙың береһе: Тәңрегә табынған ерле халыҡ ислам динен таратыусы Әүлиәне ҡабул итмәй, уның башын сабып өҙә. Икенсе көн иртәнсәк улар Әүлиәнең ҡырҡылған башын ҡулына тотоп тауға күтәрелгәнен күрә. Ул үлтерелгән ерҙә урғылып шишмә сыға башлай. Үҙ хатаһын аңлаған кешеләр Әүлиәне хөрмәтләп күмә, ҡәберен кәртәләп ҡуя, ислам динен ҡабул итә. Әлегә тиклем шишмәнән һыу алырға килеүселәр, текә тау башына күтәрелеп, Әүлиәнең ҡәберенә зыярат ҡыла.
Әүлиә шишмәһе тип аталған һыу сығанағы борон-борондан изге тип һанала һәм уны дауалау-дауаланыу өсөн ҡулланалар. Күренекле этнограф Лоссиевский ҙа 1883 йылғы хеҙмәттәрендә: "Башҡорттар шишмә янына ғибәҙәт ҡылырға, дауаланырға йөрөй," - тип яҙып ҡалдыра. Диндарҙар был изге һыуҙы ҡалаҡлап ҡына эсергә тәҡдим итә. Юғиһә, бәғзе берәүҙәр ҡомһоҙлоҡтарына хужа була алмай, феләкләп килеп алалар.

Фәнүр Шаһиев шифалы шишмәгә килгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә иғтибар итергә, һыуҙы нисек алырға һәм башҡа мөһим файҙалы ҡағиҙәләр хаҡында еткерҙе. Изге шишмәгә юлланыр алдынан уларҙы иҫтә тотоу мөһим.

Шишмәгә автомобиль менән менеү тыйыла, шлагбаум ҡуйылған. Аҫта машиналар ҡуйыу өсөн урын булдырылған, автостоянка һәм һыу алыу бушлай. Шишмәне һәм уның тирә-яғы йыл әйләнәһенә тәртиптә тотола. Шуға ла сығанаҡты төҙөкләндереүгә, дежурлыҡҡа, йыйыштырыуға һ.б. ирекле иғәнәләрҙе теләк буйынса әүлиә шишмәһе янындағы йәшниктәрҙә ҡалдырырға мөмкин.

Ял һәм байрам көндәрендә автобустарҙа алыҫтан бик күп хажиҙар килә һәм кешеләр сәғәттәр буйы сиратта тора. Кешенең күплеге иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем тура килә. Шуға күрә сират буйынса бер кешегә 5 литр һыу биреләсәк. Кем оҙаҡ сиратта торорға теләмәй улар эш көндәрендә (дүшәмбе-йома), һыу өҫтән яҡшы ағып торған тәүге 20 көндә (апрель аҙағына тиклем) килергә була. Иртәнсәк йәки кис кешеләр аҙыраҡ. Учалылар, Мейәс һәм Башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр эштән һуң килеп, ҡояш байығансы һыу йыйып өлгөрә ала.

Фәнүр Шаһиев шишмәләге дежурҙарҙың хеҙмәтен хөрмәт итергә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мәрхәмәтле булырға саҡыра.

Биләмәлә видеокүҙәтеү ҡуйылған. Бәҙрәфтәр урынлаштырылған, үҙегеҙ артынан сүп-сарҙы йыйыу һорала. Усаҡ яндырыу тыйылған. Әүлиә – айыҡлыҡ биләмәһе, шул турала ла оноторға ярамай.  Сауҙә нөктәләре эшләй, аҙыҡ-түлек, башҡорт балы, сувенирҙар һатып алырға мөмкин. Милли уйындар ойошторола. Изге шишмәгә сәфәрегеҙ уң булһын!

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас