Күкһел төҫтәге алама ғына куфайкы өҫтөндә аяҡтарын береһен икенсеһенә салып ултырып, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарға сумып барған уҙаман Ишморат атлы ир булыр.Уның артында ҡыҙыл раузалары көнгә уңа биргән ҡара крепдишин күлдәк кейгән,башына алтын һымаҡ ялтырап торған биҙәктәр төшкән зәңгәр яулыҡ бөркәнгән,дөм ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, дала еленә көйгән яҫы битле, үҙе ҡаҡса ғына кәүҙәле, Ишмораттан буйтым ғына олораҡ ҡаҙаҡ ҡатыны ултырып килә. Жомагол исемле ул. Уның аҫтына түшәрлек бер генә сепрәк йораты табылмағанға күрә,ҡаҡ арбала ултырып бара ул.
Ишморат бына туғыҙынсы йыл инде Ҡыҙыл аръяғында ятҡан ҡаҙаҡтарҙың малын көтә. Мәле тура килһә, тыуған яҡтарына ҡайтып урағылай. Ике йылға бер ҡайтып, аҙналап йәшәп китә. Был юлы ҡайтҡанында арба артында суҡайып ҡына барған ҡараҡасты ҡуша алып ҡайтты буш өйгә.
Атайҙары Ишғәле күптән мәрхүм булып, әсәйҙәрен һеңлеһе үҙенә алып ҡайтты көтөргә.
Әсәйҙәре лә оло инде.
-Ауылға барып әйләнәйек өс көнә көнгә булһа ла- , тип ялбара ҡыҙына Фәтхиямал инәй, ҡайтҡыһы килә.
-Әллә кемең һине ҡоласын йәйеп ,әсәм ҡайтҡан,тип һағынып көтөп тора,тип тазылдай ҙа ҡуя ҡыҙы.Бер ҙә алып ҡайтманы.
-Ошонда ғына йәнемде алыр инде Ғазраил фирештә,-шулай ти ҙә,башынан яулығын һыпырып алып,бәләкәс кенә битен ҡаплап илай,шунан оҙаҡ итеп күҙҙәрен соҡоп һөртә лә,,Алла",тип ауыр итеп көрһөнә лә,түшәгенә кире ята.
,,Йүгереп тә генәәәй ҡайтыыыр ер түгеее..."-үҙ алдына ғына шулай көйләгән була ла,тәҙрәнән тышты күҙәтә:берәй малайы ат егеп килеп тормаймы шунда?
Ишмораттың ике ҡустыһы ла ҡырҙалар.Улар менән дә күрешкәне юҡ.Ишморат ҡайтһа,улар өйҙә юҡ,улары ҡайтһа Ишмораттан елдәр иҫкән була.Гел аймылыштар.Ят бауырға әйләнеп бөттөләр.Улары йышыраҡ ҡайтыштырып китәләр әле ул ,һүрән генә янған лампочкалары ҡайсаҡ төнө буйына һүнмәй.Байрам яһайҙар.
Өйҙөң ҡото күптән киткән.Элеп алып,һелкеп һалырҙай бер ни ҡалмаған ул.Буш койкалар ҙа,ҡаҡ урындыҡ.Һыйыр мөгөҙөнә элерлек сепрәк тә тапмаҫһың.
Ишморат әсәһенә оҡшап,еҙ сәсле,әле бите көн-төн дала гиҙеп йөрөгәнгә күрә ,ҡып-ҡыҙыл булып янған .Төҫкә лә әсәһе һымаҡ һары.Бөкөрәйеп,кесерәйеп, тас Фәтхиямал әбейгә оҡшап киткән.Алғы тештәре үҙҙәре ҡойолғандармы,әллә ҡыра һуғып бөткәндәрме лә,ней тиһәң дә йонсоу ғына булып киткән.Йәше китеп бара,тиһәң,яңы иллене тултырҙы.Ир кешегә йәшме ни ул?
Нужна һурпаһын аҙ һемертмәйҙәрҙер инде ҡаҙаҡтар.
Колхоздар бөткәс,эшһеҙ тороп ҡалды күп кеше.Сосораҡтары үҙҙәре мал аҫырап,мал үрсереп,ит-май һатып деңдәтеп донъя көтөп алдылар ҙа киттеләр.Бәғзеләр ҡырға китте оҙон аҡса эҙләп.Ишморат ауылға йылҡы алырға килгән Бахыт исемле ҡаҙаҡҡа эйәреп сыҡты ла китте.Ғаиләһе,салбар балағына йәбешеп йөрөгән балаһы юҡ әле.
Ирәндек бөркөтөләй иреклемен,тип һыр бирмәй сығып китһә лә, йән генәһе барыбер йәнселеп тороп ҡалды ауылда.
Атайҙан ҡалған арба менән Алмасыбарҙы Фәтхиямал инәйҙең ҡустыһы тейеш Ғибәҙәт ағайға ҡалдырып китәләр ҙә,ҡайтҡандарында ул-был йомошҡа егеп алып йөрөйҙәр.Бына әле Ишморат арбаның тәгәрмәстәрен майланы,Алмасыбарҙы екте: ҡамыт,суҡлы эшлияларҙы,дуға,ыңғырсаҡты ярылып бөткән усы менән һыйпап-һыйпап алды,атының муйынын ҡосаҡлап, оҙааҡ итеп еҫкәп торҙо.
- Бер ыңғай ат ашап торорлоҡ бесән дә сабып һалып алығыҙ арбағыҙға, - Ғибәҙәт ағай арбаға салғы сығарып һалды, - Ипләп, килен, аяғыңды йыйыңҡырап ултыр. Килен ,тип өндәшһәм буламы? Ишморат ҡусты? ,,Тәкә һуҡҡан"ға барығыҙ,хатындар шул яҡҡа йөрөйҙәр емешкә.
Шулай еләккә,тип китеп барыуҙары.
- Созылыңҡымы жүриү? Нисә шакрым орман? Бек ыссы...- ылау артындағы ҡатын тирләп килә.
- Йәй эҫе була инде. Нооо,малҡай!
Ишмораттың һөйләшкеһе килмәй. Тыуған яҡтарын, Алмасыбарҙы, ошо алама арбаны үлеп һағынған да, ҡоштар сутылдашҡанын, ел иҫкәнен, үлән, япраҡ ҡыштырҙағанын, тәгәрмәстәрҙең текерҙәгәнен, Алмасыбарҙың тояҡ тауыштарын ғына тыңлап барғыһы килә.
Ошо ,,симфонияны " тыңлап барһа, күңеле сикһеҙ шатлыҡ кисерә Ишмораттың. Күҙҙәрен сытырҙатып йома ла, их, күҙҙәремде ҡабат асһам, бала сағыма ҡайтҡан булһам ине, тип хыялдарға бирелеп бара.
Етәү инеләр улар. Атаһы,әсәһе менән бер арба булып Тәкә һуҡҡанға күп йөрөнөләр.
Бер ҡустыһы бала сағында ҡыҙылсанан, береһе үпкә ауырыуы менән ауырып үлделәр. Бер һеңлеһе яҙғыһын һыу төбөнә китеп барҙы. Ҡазалар урап үтмәне уларҙы. Әсәйҙәре шуға ла биреште инде.
-Әсәйҙең хәлен барып белергә кәрәк... - шулай уйлай әле Ишморат. Әллә нишләп әсәһенә үпкә йөрөтә күңеле төбөндә.
-Ишморат, тоҡрат, жиләк! - Жомагол ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе. Сарсап ҡына килгән ҡатын һикереп төшөп еләккә ҡоланы. Юлдан сыға биреп,Ишморат атын туҡратты, арҡалығын бушатты.
-Тррр, Алмаҡай. Әйҙә аша рәхәтләнеп. Эхх,еләк еҫтәреее... - саф һауаны күкрәк тултырып һуланы ла ,,Оһоооо-һоо-һоо-һооой!!!, тип урман-туғайҙарҙы яңғыратып һөрәнләне.
- Атаҡ, йәнлектәрҙең ҡотон алырһың бит... Еләк анауында, үҙәктәрҙә эре. Шунда барығыҙ...
Ниндәй таныш, татлы,йәнгә танһыҡ ҡына тауыш һуң был?!
Артына әйләнһә, ат күҙендәй эре, ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләкле күнәген яурынына ултыртҡан,сәс толомо аҙыраҡ һүтелеп биленә төшөп торған, ай йөҙлө, ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, сикәләре ҡыҙарып янған, аҡ яулығы саҡ ҡына артҡа шыуып төшкән, аҡһыл күлдәктән Мәҙинә баҫып тора.
-Аһ, Ишморат, һинме ней? Шәпме?
Алмасыбарыңды таныным шу...
Шулай тине лә, күнәген бер яурынынан икенсеһенә күсереп ултыртып, тау түбәненә төшөп китте.
-Мәҙинә... - Ишмораттың йөрәге күкрәген йыртып сыҡты ла, Мәҙинәһе артынан тәгәрәп төштө лә китте.
- Кем ол, Ишморат?
Ишморат бер ни аңлар хәлдә түгел, иҫәңгерәп баҫып тик торҙо.
-Ишмораат, туасҡаныңмы ол? Кем әйеле? - Жомагол Ишмораттың еңенән тартты ла, уныһы өндәшмәгәс, үсегеп биҙрәһен ташланы.
- Ана, еләк йый, Жома... - ир кеше арба яғына атланы.
- Яратпайсың мине... Яратпайсың... -ҡатын ергә сүкте лә, һығылып илап ебәрҙе. Тышы барҙың эсе лә бар шул. Эскәйҙәрендә ни генә бар икән был ҡатындың? Ниндәй генә яҙмыш был яҡтарҙа алып килде икән уны? Барыр ере, батыр күле булмағандан, Ишморат артынан эйәреп йөрөймө бисараҡай?
-Яратам, һаман яратам, - тип шыбырҙаны Ишморат, -тик һине түгел... Мәҙинәне...
Тәмәкеһен эҙләп алды. Шырпыһын сыйып тәмәкеһен ҡабыҙҙы ла, салҡанан йәшел үләнгә ауҙы.
Мәҙинә менән бергә уҡынылар, мәктәпкә бергә барҙылар, бергә ҡайттылар, дүрт өй аша ғына торҙолар. Тауҙа бергә шыуҙылар, бергә уйнанылар.
Унынсыны бөткәс, Ишморат спту-ға китте, Мәҙинә гпту-ға , шунан Мәскәүгә эшкә китте. Бер-береһенә вәғәҙәләр бирешмәнеләр. Һин көт, мин көтәм, тимәнеләр.
Тик аҙаҡ һағыныштылар, ә хат алышманылар.
Мәҙинә шул китеүҙән теүәл 20 йыл ҡайтманы. Хаты ла, хәбәре лә булманы. Ишморат көттө уны.
Бер бөртөк кенә ҡыҙынан хәбәр булмағас, Мәҙинәнең әсәйе Хупъямал апай Ишмораттарға килә лә илай:
- Кәләш итеп кенә алам, тип әйтеп ебәрмәй, апҡалһаң була бит баламдыыыы...
Үзбәк егете әүрәтеп, шуға кейәүгә сығып, ире йәшәгән яҡҡа китеп барҙы Мәҙинә.
Бына егерме йыл үткәс, үзбәктән ниндәйҙер мөғжизәләр менән ҡотолоп, ҡайтып төштө.
Ошо Алмасыбарҙы менеп барҙы Ишморат Мәҙинәне күрергә. Хәл-әхеүәл һораған да, аттан да төшкән юҡ:
- Сыҡ миңә, Мәҙинә, - тине ир.
- Сыҡмайым, Ишморат. Имен-һау анау ирҙән ҡотолһам, ир тип ауыҙымды ла асмаҫмын, әсәмде генә бағырмын, тип нәҙер әйттем үҙемә. Күпме әсе күҙ йәштәрен түктерҙем әсәмдең. Уның эргәһендә генә булайым. Бер булмаған бәхетемде ҡабат һынағым килмәй, - шулай тине лә Алмасыбарҙың ялынан һыйпаны - исеме нисек?
- Алмасыбар... Нооо... -йүгәнде кинәт тартып башын шаҡара бороп, аттың бөйөрөнә типте.
Ҡыҙ ,,һоратырға" барғанын ишетеп, Фәтхиямал инәй туҙынды:
- Нисек тә. Үзбәк ҡалдығын килен итеп алып ултырырға. Ыстрам! Дывурыма индермәйем!
Әсәһенә шуның өсөн һаман үпкәһе үтмәгән Ишмораттың.
Ишморат илдән сығып киткәненә, шул ҡаҙаҡҡа барып ялланғанына, шуларҙан туҡмалғанына әсе үкенде:
- Йөрө инде ситтә күтән һурпаһы эсеп. Ана Мәҙинәһе ҡасып ҡайтҡан, ә мин үҙ теләгем менән нәрәтәгә башымды тыҡтым, ҫыумейе!!! Ситтә йөрөп ярты ҡартайҙым... - үҙенең көсһөҙ булғанына үкенде Ишморат, Жомаголдө эйәртеп алып ҡайтҡанына үкенде. Яңғыҙмын, өйрәнермен Жомаголгә, тине. Кемде алданы, Жомаголдөмө? Үҙен алданы бит!
Бына бөгөн, хәҙер, ошо мәл бөтә донъя танһыҡ: тыуған иле, урман, тауҙар, ап-аҡ ҡылғандар, аҡ болоттар, егеүле торған Алмасыбары, аяҡ аҫтында түшәлеп ятҡан ер еләктәре, ҡуңыҙҙары, серәкәйҙәре... Ошо танһыҡ донъяны ҡаҙаҡтың һарығы менән оҙон сыбыртҡыһына алмаштырып йөрө инде!
Ике биҙрә еләк йыйҙылар, буш ҡайтып китеп булмай бит. Күрше ауылдан килгән еләк алыусыларға һаттылар. Ишморат магазиндан бер ярты алып, ике туған ағаһы Октябряттың ҡапҡаһы алдына туҡратты ылауын:
- Ағайҙың хәлен белмәү яҙыҡ булыр.
Рәхимә еңгәһе алсаҡ. Шундуҡ аласыҡтағы өҫтәлгә табағы менән бишбармағын да ултыртты, итен турап ебәрҙе. Ҡунаҡтарын ҡыҫтаны.
-Ашап ултырығыҙ. Етешеп ултыр, килен, эй, апһын, әллә еңгәйме?...
Бер яртыны ике ир шундуҡ йыҡтылар, тик Ишмораттың йөрәген баҫманы был. Ағалы-ҡустылы икәү тағы аҡбашҡа сығып киттеләр ҙә, ғәйеп булдылар. Ат егеүле килеш торҙо.
-Эшкимәгән, исмаһам ат ашап торорлоҡ бесән дә сабып һалып алмағансы Ишморат. Был салғыны буғыма һалып алдығыҙмы? - Рәхимә еңгәһе үҙҙәренең арбаһынан йәшел бесәнде ҡосаҡлап әпкилеп, аттың алдына ташланы.
-Ҡуй, Йомагөл, ят. Мин һыйыр һауам да, инәм.
- Ишморат тастап кетте мене...
-Йомагөл, беҙҙең ирҙәр ярты күрһәләр, утыҙ көн торған бисәһен түгел, утыҙ йыл торған бисәһен онота. Бушҡа күҙеңдән һейеп ултырма. Былай ҙа бошҡан эсте бошороп...
Икенсе көн таң һыҙыла башлағанда ҡайттылар ирҙәр.
-Жомагол, тор, ҡайтабыҙ.
- Тоҡта, мен жуынамын.
- Ваҡыт юҡ. Тиҙ бул. Поезға өлгөрөр кәрәк.
Ике йәйәүле станцияға атлап киттеләр.
Ер өҫтөнә ап-аҡ ҡына томан йәйелгән дә,шул томан яйлап ҡына һауаға күтәрелә.Ҡалҡып барған ҡояшҡа табан атлайҙар,ҡатын арттараҡ ҡалып...
,,Ап-аҡ томандар, аҡ ҡылғандар, аҡ болоттар, аҡ бурандарҙы яратам!!! Һәм ап-аҡ йөҙлө Мәҙинәмде!!!" - Ишморат күкрәген тултырып һулыш ала, әйтерһең әле һулаған иртәнге һауаһын мәңге үҙе менән йөрөтмәк!
,,Жомаголдө апарып ҡуяйым да тыуған илемә ҡайтайым. Сәпсимгә. Мәңгегә!!!" әллә нишләп шулай уйланы.
Ошо китеүҙән ҡайтманы Ишморат. Ап-аҡ буран ине. Ҡышҡыһын мәйетен алып ҡайттылар...
С. Тамимдар.
С.Тамимдар.