

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
Ҡобағыш
(Себер яҡтарында эшләгән бер егет һөйләгәндәрҙән)
Ялҡытты был Себер яҡтары,
Һағыштарҙан күңел һап -һары.
Хыялымда - сихри солғаныш,
Тыуған ауылым, нурлы Ҡобағыш!
Һағындым мин һине Ҡобағыш,
Һиңә ҡайтыу - үҙе ҡыуаныс!
Йылғаларың аға уралып,
Күңелкәйем китә нурланып.
Ялҡытты был Себер яҡтары,
Нефть эҙләү, мазут еҫтәре.
Тыуған яҡҡа күңел тартыла, -
Күңелемдә - һөйөү хистәре!
Һағындым мин һине, Ҡобағыш,
Ғүмер үтә ситтә, ҡыҙғаныс!
Тауҙарыңа килә менәһе,
Юртаҡтарҙа килә еләһе!
Ялҡытты был Себер яҡтары,
Күпме тора яҙмыш хаҡтары?!
Бер уйлаһаң ғүмер йәшәлгән,
Тыуған яҡта - бәхет йәшенгән!
Һағындым мин һине, Ҡобағыш,
Һиңә ҡайтыу - үҙе ҡыуаныс!
Яҡташтарҙың нурлы йөҙҙәре,
Фәрештәләй гүйә үҙҙәре!