Яйыҡ
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
14 Апреля , 08:28

Вакцинация ғына кәртә ҡуйыр!

Башлыса һыйыр, һарыҡ-кәзә малдарын  заралай, әммә  ҡоштарға ла, хатта, йәнлектәрҙән кешегә лә   йоғоуы ихтимал (тура контакт, һөт, ит аша). Грипп кеүек башлана ла, биҙгәк тота, тәнде эрен һытҡылары ҡаплау мөмкин, Хоҙай һаҡлаһын!

Вакцинация ғына кәртә ҡуйыр!Вакцинация ғына кәртә ҡуйыр!
Вакцинация ғына кәртә ҡуйыр!

Борсоулы сигнал

Пастереллез уйын түгел!

“Районыбыҙҙа эш сәфәре менән БР Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин булып китте. Белгестәр менән осрашты, кәңәшмә үткәрҙе, төбәгебеҙҙә ҡурҡыныс сирҙәр таралыуға юл ҡуймау өсөн саралар планын аныҡланы. Азат Салауат улы бөтә ауыл хужалығы һәм йорт йәнлектәренә вакцинация үткәреү, идентификация һәм маркировка аша иҫәптә тотоу, мал ташыу, малсылыҡ продукцияһы менән сауҙаға ҡаты контроль булдырыу мәсьәләләренә баҫым яһай. Был ветеринарҙарҙың ғына йөкләмәһе түгел, был – бар халыҡтың һәм дәүләт органдарының бурысы. Кире осраҡта – барыбыҙҙың да уртаҡ баш бәләһенә әйләнеүе мөмкин!”

Интернет йә телевидение аша барығыҙ ҙа Рәсәйҙә пастереллёз  баш күтәреүе тураһында хәбәрҙарһығыҙҙыр.  Йоғошло бактерия. Башлыса һыйыр, һарыҡ-кәзә малдарын  заралай, әммә  ҡоштарға ла, хатта, йәнлектәрҙән кешегә лә   йоғоуы ихтимал (тура контакт, һөт, ит аша). Грипп кеүек башлана ла, биҙгәк тота, тәнде эрен һытҡылары ҡаплау мөмкин, Хоҙай һаҡлаһын!

Яңы барлыҡҡа килгән сир түгел, Советтар Союзы дәүерендә лә билдәле ине. Әммә ниңә кинәт пәйҙә булыуы һәм таралыуы буйынса аныҡ яуаптар әлегә тиклем аныҡ түгел. Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар тарата, тигән фараз да йөрөй. Нисек кенә булмаһын, әллә тәбиғи, әллә яһалма “биологик ҡорал”ға тиң. Былтыр Алтай, Байкал аръяғы яҡтарында беленә башлағайны, быйыл 15 регионда таралды. Шул иҫәптән беҙгә яҡын Свердловск, Һамар, Омск өлкәләрендә, Сыуашстан республикаһында.

Бактериялар һыуҙа, тиреҫтә – 2-3 аҙна, йәнлек мәйеттәрендә, туңған иттә – 4-12 ай буйына һаҡлана. Ҡаршы тороуҙың иң ышаныслы юлы – вакцинация. Сирләгән малды дауалау ысулдары  ла бар, әммә, беренсенән, ҡатмарлы һәм  алтын хаҡына төшә. Икенсенән – сир артабан таралыу өсөн шарттар ҡаласаө. Шуға ла   инфекция сығанағында малдар үлтерелеп, кәүҙәләре утта яндырыла.

Учалы районы Ғәҙәтән тыш хәлдәр буйынса комиссияһы аныҡ ҡарарға килә –пастереллезға юл ҡуймау өсөн масса рәүешендә вакцинация үткәрер кәрәк.  4 мең баш һыйыр малы тотҡан “Байрамғол” агрофирмаһы 3 ҡат прививка үткәрерлек препарат ҡайтартты, эш йәйелдерелде.. Ә бына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм халыҡ малы менән проблема әлегә аҙағынаса хәл ителмәгән.  Пастереллез ғәҙәти булмағас, ҡалған йоғошло сирҙәргә кеүек, быйылға бюджет сығымдары ҡаралмаған. Шуға ла ауыл Советтарында кешеләрҙән  аҡса йыйыла, препарат үҙәкләштерелгән рәүештә Владимир өлкәһендәге заводтан ҡайтартыласаҡ. Ҡаҙауын, әлбиттә, үҙебеҙҙең ветеринарҙар бушлай ҡаҙаясаҡ. Халыҡтын йыйылған иғәнәләр күләме, ниндәй хәүефтән  һаҡлауын иҫәпкә алғанда, тауыҡ көлөрлөк!  Бер доза, килтереү хаҡы менән – 53 һум. Өс ҡат ҡаҙарға кәрәклеген һәм нисәмә баш мал тотоуғыҙҙан сығып, күпме сығым икәнлеген һәр кем төҫмөрләй ала.

  Учалы ветеринарҙарына эш баштан ашҡан.  Яҙғы миҙгелдә 20 мең баш  мөгөҙлө эре малға,   12 мең һарыҡ-кәзәгә, йылҡыларға  ҡәҙимге прививкалар ҡуйыла, бруцеллез, лейкоз, тубуркулез, маңҡа ауырыуы (сап), анемияны асыҡлау өсөн ҡан өлгөләре алына.  Хәҙер килеп нисәмә тиҫтә мең баш малға өсәр ҡат өҫтәмә вакцинация үткәрер кәрәк. Эш фронтын күҙ алдына килтереү өсөн: 50 ветеринария хеҙмәткәренә 87 ултыраҡта 32 мең ауыл хужалығы йәнлектәре тура килә. Ә  бит уларға ҡырағай төлкө-фәләнгә, ҡоштарға ла күҙ-ҡолаҡ булыу талап ителә. Һуңғы йәһәттә сәйер хәл – ҡырағай йәнлектәр сирҙәрҙе таратыуы барыһына ла мәғлүм, шул уҡ ваҡытта  ветеринарҙарҙың уларға ҡарата ниндәйҙер сара күрергә вәкәләттәре юҡ. Хәйер, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы документ әҙерләй, ти, ҡабул ителһә, билдәләнгән урында һәм ваҡытта ҡырағай йәнлектәрҙе атҡан өсөн һунарсыларға субсидиялар түләнә башланыуы көтөлә.

  Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы:  яҡташтар, корнавирус дәүерендә үҙебеҙ ҙә инандыҡ – йоғошло ауырыуҙар уйын түгел!  Малдарығыҙға вакцинация үткәрелеүгә хәлдән килгәнсә булышлыҡ итегеҙ, был барыбыҙҙың да, шул иҫәптән нәҡ һеҙҙең  үҙегеҙҙең мәнфәғәттә!  Малдарығыҙ, ҡош-ҡортоғоҙҙа берәй үҙгәрештәр күҙәтелһә, шундуҡ белгестәргә хәбәр итегеҙ. Бөтә ветеринария ҡағиҙәләрен айырыуса теүәл үтәү шарт. Мал тотмаған кешеләргә лә уяу булыр кәрәк – сауҙа өсөн бүленмәгән, продукция тикшереү үтмәгән урында һатып алынған  аҙыҡ-түлек менән бергә  ҡурҡыныс бактерия-вирустар  йортоғоҙға килеүе бар...

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас