Новости
15 Апреля , 03:34

"Ҡарт-Муйнаҡ"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Ҡарт-Муйнаҡ""Ҡарт-Муйнаҡ"
"Ҡарт-Муйнаҡ"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Ҡарт Муйнаҡ"

Гармуныңдың күректәрен,
Иһ, дуҫҡайым, тарт уйнап.
Ана, алда йәйрәп ята, -
Гүзәл яғым, Ҡарт Муйнаҡ!

Һаман дәртләнеп йөрөйөм,
Мин бер ғашиҡ, ҡарт буйҙаҡ.
Гөлдәй һылыу ҡыҙҙарыңды,
Эй, һағындым Ҡарт Муйнаҡ!

Йәшлеккәме, ҡартлыҡҡамы,
Тормош миңә шарт ҡуймаҡ?!
...Күңелемде елкендерә, -
Йәшлек илем, Ҡарт Муйнаҡ!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас