Новости
15 Апреля , 08:51

"Ишан нәсихәте"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ

"Ишан нәсихәте""Ишан нәсихәте"
"Ишан нәсихәте"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мәүлит Ямалетдиновтың шиғыры көйгә һалынды. 

"Ишан нәсихәте"
Хикмәт менән һүҙ ҡуҙғата ишанығыҙ,
Ишандың әйткәненә ышанығыҙ.
Сәғәҙәткә ирешергә теләһәгеҙ,
Күк йөҙөндәй таҙа булһын выжданығыҙ.

Йылҡының да алаһы бар, ҡолаһы бар,
Халыҡтарҙың дине башҡа, Аллаһы бер.
Ошо хаҡта ҡат-ҡат әйтә Ҡөрьән Кәрим,
Ул тәфсирҙе ишетәлер ҡолағы бар.

Хоҙай берәү - Уға күңел баҫыу кәрәк,
Хаҡ Аллаһҡа йөрәктәрҙе асыу кәрәк.
Раббының мәрхәмәтен алам тиһәң,
Был донъяла ҡомһоҙлоҡтан ҡасыу кәрәк.

Мәғишәттең хәшәрәте - ғәйбәт, яла,
Ғәйбәтсене һис һөймәмен, тигән Аллаһ.
Яла яғып, әҙәм башын юйыусыны
Ҡатыларҙан-ҡаты яза көтә алда.

Ерҙә тик бер таяныс бар, исеме - иман,
Шунһыҙ һеҙҙең тормошоғоҙ булмаҫ аман.
Әгәр ҙә ки саф иманды артҡа ташлап,
Ялғанға табынһағыҙ - ҡоно яман!

Хикмәт менән һүҙ ҡуҙғата ишанығыҙ,
Ишандың әйткәненә ышанығыҙ.
Сәғәҙәткә ирешергә теләһәгеҙ,
Тәүбә итеп, боҙоҡлоҡтан бушанығыҙ.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас