

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Туңғатарым"
Тыуған илем киңлегендә,
Иң ырыҫлы, иң матурым.
Уй буйҙарын йәмләп торған,
Кескәй ауыл - Туңғатарым.
Бөркөт тауҙы ҡосаҡларға
Етмәҫ кеүек ҡоластарым.
Ләкин йөрәк түрҙәремә,
Һыйғанһың һин, Туңғатарым!
Ҡайғыларҙан сүккән саҡта,
Урғылғанда шатлыҡтарым.
Күңелемде йыуатыусым,
Тик һин булдың, Туңғатарым.
Һүндермәйсә көткән саҡта,
Әсәкәйем - йорт уттарын.
...Юлдарымда именлектәр
Теләп торсо, Туңғатарым!