

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Сәлимйән Бәҙретдиновтың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Башҡорт"
Бик боронғо халыҡ – башҡорт халҡы,
Уралҡайға ситтән килмәгән.
Донъя яралғандан бында торған,
Ғүмер баҡый бында түлләгән.
Тау, һыу исемдәре – башҡорттоҡо,
Шифалы ла балы – булмышы.
Ҡырлы ҡурайҡайы – моң ағышы...
Бында ғына башҡорт балҡышы!
Тәүатабыҙ, тәүинәбеҙ беҙҙең –
Йәнбикә лә менән Йәнбирҙе.
Ошо ерҙә һиллек, түллек табып,
Нәҫеленә ҡот, һөт биреүсе.
Батырыбыҙ Урал, илен ҡурғып,
Тубығынан яуҙа ҡан кискән.
Яуыздарға һис тә юл ҡуймайса,
Фәҡәт яҡшылыҡ тип елкенгән.
Халҡын һөйөп, Йәншишмәгә барып,
Тере һыуҙы һипкән еренә.
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын тип донъя
Фиҙа ҡылған йәнен иленә.
Урал ҡото менән Уралында
Башҡорт йәшәй һаман йоплашып.
Таш йорттағы ҡанбабалар ҡаны
Тәнебеҙҙә ҡалған уҡмашып,
Рухыбыҙҙа ята уҡталып...