Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
17 Апреля , 03:16

"Көрсөк"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ

"Көрсөк""Көрсөк"
"Көрсөк"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Мәүлит Ямалетдиновтың шиғыры көйгә һалынды. 

"Көрсөк"

Уңдан-һулдан ишетелә: “Ағайым,
Кәңәш бирсе, нисек итеп ҡарайым?”
Күп ваҡытта үҙем һеҙҙең хәлдәмен,
Кәңәш һорап ҡайһығыҙға барайым?

Йөрәгемде нығыраҡ өйкәй хафалар,
Бер-бер артлы ябырыла яфалар.
Кем үҙгәрҙе: минме әллә заманмы?
Тотороҡлоҡҡа юлды нисек табалар?

Ҡағылып та һуғылып ваҡыт карабында,
Айҡалабыҙ мәңгелек даръяһында.
Ел уйнатҡан елкәндәре, ғүйә, шаршау
Кәмит менән фажиғәләр араһында.

Ҡайҙа икән беҙгә тигән сәғәҙәт?
Бирсе, Хоҙай, милләтемә бәрәкәт!
Хафаланам: ҡот осорғос уйҙарҙан
Сын тормошҡа күсер төҫлө һәләкәт.

Бөтәбеҙ, тип юрамайыҡ ҡазаға,
Көрсөктөң дә булыр бер саҡ аҙағы.
Фетнә тыныр. Яралар ҙа уңалыр.
Онотмайыҡ: ваҡыт беҙҙең файҙаға.

Донъяла бер өйәнәк бар – көрсөк, тиҙәр.
Боронғолар: “Уны бик күп күрҙек, -тиҙәр,-
Илен унан ҡурсый алмаҫ иләймәндең
Исеме күп, ә есеме – шөрҙөк”, - тиҙәр.

Үҙлегенән-үҙе тормош алға бармай,
Бер сәбәпһеҙ хатта ҡыл да ҡыбырламай.
Йорт мөбәрәк, ил түңәрәк буламы ни,
Эш өҫтөндә янып, ҡылды ҡырҡҡа ярмай?

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас