

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Комсомол - Комсомольск"
Юлға сыҡтым. Оҙатып ҡалды
Моңдар иле - Комсомол.
Инәй әйтте: " Балаҡайым,
Имен йөрө, сабыр бул!"
Ҙур ер шарын урап сыҡтым,
Ауыр булды барыр юл.
Упҡындарға ҡолағанда, -
Кемдер тотто, бары шул..
.
Иһ, Аллаһым! Ярлыҡасы,
Ҡөҙрәттәрең һинең мул.
Бәлә –ҡазанан халыҡ ҡырыла,
Зинһар, мәрхәмәтле бул!
Донъя үҙгәрмәгән төҫлө,
Шул уҡ йорттар, халыҡ шул.
Аҡ ҡайындар ҡосағында -
Бөркөт тау һәм Комсомол.
Тормош һынауҙар ебәрә,
Түҙсе халҡым, сабыр бул.
...Хоҙай Тәғәләгә һыйын, -
Ҡөҙрәттәре уның мул!