

Был яҙмамда “Ләйсән” бейеү ансамбленең бөгөнгө көнө һәм уның барлыҡҡа килеүенә1963-1965 йылдар кимәлендәрәк күп көс һалған шәхестәр хаҡында уҡыусыға еткереп ҡарайым (ҡатыным Анастасия ярҙамы менән).
1965 йыл. Уральск клубы бейеүсе ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө: Анастасия Утешова (Аллаярова), Римма Ғилманова,Мәүжидә Етембаева, Мөршиҙә Абдразакова, Рәшиҙә Аллабирҙина, Нәжибә Йосопова, Рәйҙә Шәғәлина. Ирҙәр: Вәис Ҡаһарманов, Рәфҡәт Низаметдинов, Миндияр Сәйфуллин, Ҡасим Хәлилов, Мөбәрәк Сибәғәтуллин, Шәрифйән Камалетдинов, ҡалған бейеүселәр тураһында мәғлүмәт, фотографиялар таба алманым. Бейеүҙәрҙе РДК-нан (район мәҙәниәт һарайынан) Фатима Солтанова һалды. Был төркөм 1965 йылда Белорет ҡалаһындағы зональ ҡарауҙа (смотрҙа) “Кукуруз” бейеүе менән сығыш яһанылар.
1960-1961 йылдарҙа Әҙһәм Мөдәрис улы Ғарипов Наурыҙ ауыл клубында Вәис Ҡаһарманов һәм Ҡасим Хәлиловҡа “Тракторсылар” бейеүе һала. Шул ваҡыттан алып Наурыҙҙа үҙешмәкәр талантлы бейеүселәр күп асыла. Был ҡаҙанышта Әҙһәм ағайҙың әһәмиәте бик ҙур. Дәрте ҡайнап торҙо бит уның! Беҙ яңы ағас мәктәпкә күсерелгәндә мин 6-сы синыфта уҡый инем, ул саҡ Өфөлә йәшәгән Әҙһәм ағай бында ҡайтҡанында мәктәп коридорында бейеү алымдарын күрһәтеүе әле лә күҙ алдымда тора. Иҫке фотола барыһын да белмәйем инде, бөгөнгө көнгә күбеһе донъя сиктеләр.
Мәшһүр Абдулла ағай Солтановтың әйткән һүҙҙәре – 1966 йылдың ирҙәр төркөмө – “Ләйсән”дең олатайҙары, тине. Байрамғол ауылынан да күп талантлы бейеүселәр сыҡты. 1966 йылдан алып “Ләйсән”дең төп төркөмө шул ике ауыл һәләттәренән торҙо. Тап шул йылдың февраль айында Уральскка Өфөнән Фәйзи Ғәскаров килеп төштө. Ә хәҙерге көндә “Ләйсән” бейеүселәре профессиональ кимәлдә эшләйҙәр.
1-се фотола – һулдан беренсе Әҙһәм Ғарипов, уңдан икенсе – Вәис Ҡаһарманов.
2-се фотола – уртала Әҙһәм Ғарипов, һулда – Рәйес, уңда – Мөрфәйез Ғариповтар.
Урал Аллаяров, Учалы ҡалаһы.