

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Ғафури районында йәшәгән сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикәнең шиғыры көйгә һалынды.
Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
Таҫмаларҙы алып ҡулдарға,
Беҙҙең ошо изге эштәребеҙ
Тарих булыр килер йылдарға.
Ҡәҙерле ваҡытын йәлләмәйсә
Селтәр үрә апай, инәйҙәр,
Һәр шаҡмаҡҡа таҫма үргән саҡта
Изге теләктәрен теләйҙәр.
Иҫән-имен генә йөрөп ҡайтһын
Яу ҡырынан ғәзиз уландар,
Тыуған яғы көтә бит уларҙы,
Көтә йылға, тауҙар, урмандар.
Тыуған яҡтың йәйге тәбиғәтен
Алып барһын йәшел төҫтәре,
Аҡ төҫтәрҙә аҡ ҡыштарҙы тойоп
Артһын уларҙа рух көстәре.
Һорғолттары көҙгө үлән төҫө,
Ҡаралары тупраҡ төҫө ул,
Ә шулай ҙа нығыраҡ һаҡларға
Йәшкелт ҡарағусҡыл төҫтәр мул.
Ҡөръән аяттары ла ҡушыла
Һаҡ селтәрҙәге һәр таҫмаға,
Йән йылыһы күсә ҡулдар аша
Һәр көн һайын улар оҫтара.
Иҫән-һау ҡайтығыҙ , һуғышсылар,
Һеҙе көткән Башҡортостанға,
Беҙҙең хеҙмәтебеҙ яҡынайтһын
Еңеү килер яҡты таңдарға!.
Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар,
Берәү беҙгә Тыуған ил –Ватан,
Татыулыҡ, берҙәмлек менән көслө
Рәсәй иле һәм Башҡортостан!
Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә