

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ҡалҡандар"
Аптыраһа, әйҙә аптыраһын,
Үпкәләһен миңә ҡалғандар.
Һеҙҙе маҡтап, һүҙ әйтәйем әле, -
Алсаҡ йөҙлө ҡыҙҙар, Ҡалҡандар.
Һеҙ - Өргөнгә йөрөп уҡынығыҙ,
Ғашиҡ булдым, һеҙгә, ҡыҙҙарға.
Бөтмәҫ илһам, һөйөү өҫтәнегеҙ
Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарға.
Интернатта йәшәп, уҡынығыҙ,
Бара инек шунда кистәрен.
Бөгөн һеҙҙе уйлап, иҫкә алһам,
Эй, урғылып таша хистәрем!
Һеҙ ҡайҙарҙа бөгөн, йәш саҡтарҙа
Йөрәгемә һөйөү һалғандар?!
Иҫтәремдән мәңге сыҡмайһығыҙ,
Шаян, көләс ҡыҙҙар, Ҡалҡандар.
Күл буйында, төндә, усаҡ яғып,
Аттырҙыҡ беҙ күпме ал таңдар.
...Йәшлегемдең яҡты хәтирәһе, -
Һылыуҙарҙан - һылыу Ҡалҡандар!