

Ошо көндәрҙә Ҡалмыҡстанда “3Д уғатарлыҡ” буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелде. Бөтә илебеҙҙән өс йөҙгә яҡын иң мәргән уҡсы көс һынашты. ( “3Д уғатарлыҡ” ысын һунарға оҡшаш: ярышсылар тигеҙһеҙ, ағас-ҡыуаҡ араһынан дистанцияны үтеп, йәнлектәрҙе кәүҙәләндергән һынлы сәптәрҙе күрергә һәм атып эләктерергә тейеш).
Башҡортостан уҡсылары, әлбиттә, ситтә ҡалманы. Белореттан Айгөл Ғәлиуллина – 2-се була, Гүзәлиә Дәүләтова (Әбйәлил) һәм Ғафур Рахманғолов (Баймаҡ) “бронза миҙалдары” яулап алалар, Күмертауҙан Маргарита Ураҙаева – 4-се урынға сығыуы ла бындай масштаблы һәм мәртәбәле ярыш өсөн яҡшы һөҙөмтә, ә иң шатландырғаны – Наурыҙ ауылынан данлыҡлы мәргәнбикәбеҙ Динә Вәлиеваға тиңдәр бөтөнләй табылманы!
-Ҡыҙыҡ өсөн ҡалмыҡтарҙың милли “Сур” тигән сәптәренә атыу ярышында ла ҡатнашып, бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Бер-беренә терәп урынлаштырылған кейеҙ шаҡмаҡтарға тейҙерер кәрәк, төрлө төҫтә, төрлөһөнә төрлөсә мәрәй иҫәпләнә. Уларҙы махсус тупаҡ башаҡлы уҡ менән бәреп төшөрәһең. Беҙҙә бындай уҡтар, әлбиттә, юҡ. Сара хужалары ҡалмыҡтар биреп торҙо, ә аҙаҡ, беҙҙең һөҙөмтәләрҙе күргәс, тәү һынауҙан да шулай атып була икән, тип үҙҙәре ғәжәпкә ҡалды, - тип йылмая әңгәмәсебеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – Динә Мәһәҙи ҡыҙы былтыр йәй Һамар өлкәһендә үткәрелгән Рәсәй чемпионатында еңеүсе тип танылғайны, хәҙер Рәсәй уғатарлыҡ федерацияһының кубок һәм “алтын миҙалына” икенсе тапҡыр лайыҡ булды. Башҡа еңеүҙәрен иҫәпләп ос-ҡырыйына ла сығырлыҡ түгел.
Ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да беләктәр – ныҡлы, күҙ – үткер ҡалып, далан йышыраҡ йылмайһын тигән теләктә ҡалабыҙ!