

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Рысайҙар"
Һеҙҙең күңел йылылығын
Тоям әллә ҡайҙарҙан.
Ҡот, илһам алып йәшәйем
Дуҫтарым, Рысайҙарҙан!
Өҫтәлдәр тора һығылып,-
Төрлө тәмле һыйҙарҙан.
Йомартлыҡҡа өйрәндем мин,
Һеҙ, уңған Рысайҙарҙан!
Күңелем китә яҡтырып,
Матур хыял, уйҙарҙан.
Йылы хәбәр килһә Шишмә,
Аҡбулат, Рысайҙарҙан.
Һеҙҙе күреп, танып торам,
Әллә- әллә ҡайҙарҙан!
...Яҙмыш айырмаһын инде,-
Шәп халыҡ, Рысайҙарҙан!