

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Гүзәл Сиражетдинованың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Туған телемә"
Алтындан да ҡиммәт туған телем,
Көмөштән дә ҡиммәт туған тел.
Мин тыуғас та бишегемә ҡунып
Һандуғастай һайрап торған тел.
Керпегемде ҡаҡмаҫ борон әле
Мамыҡ юрғаныма уранып
Төштәремдә күрҙем туған телде,
Туған моңға үҫтем уралып.
Туған телем минең күңелемдә
Ҡарағастай тамыр йәйгән ул.
Шул тамырҙан әсәм һөтө кеүек
Йөрәгемә генә тамған ул.
Мин йәшәһәм -туған телем йәшәй,
Туған телем барҙа-үҙем дә.
Телем булһа оло йыйындарҙа
Булыр минең әйтер һүҙем дә.
Туған телкәйемдең һәр ауазын
Меңдәр араһынан танырмын.
Телем барҙа йырсы һандуғастай
Һайрап торған һүҙҙәр табырмын.
Гүзәл Сиражетдинова