

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ҡунаҡбайҙар"
Яҡташтар һеҙгә ҡайта ла,
Бик оҙаҡ ҡунаҡлайҙар.
Шундай ҡунаҡсыл халыҡ ул, -
Ил йәме, Ҡунаҡбайҙар!
Ярҙамсыл, ипле кешеләр,
Һәр эштә һынатмайҙар.
Тыуған илгә күпме батыр
Бирҙе шул Ҡунаҡбайҙар!
Ни тора Матросов - герой,
Батыр рухлы Шакирйән!
Тыуған ерен һаҡлап яуҙа, -
Батырҙарса бирҙе йән!
Һеҙҙә йәшәй йырға - моңға
Дәртле, бик рухлы халыҡ.
Иманлылар - иман өҫтәй,
Күңелдәргә ҡот һалып!
Күнәктәрҙә ҡымыҙ бешә,
Ҡолонсоҡтар уйнаҡлай.
...Һаумы хозур тәбиғәтле, -
Матур ауыл, Ҡунаҡбай!