

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғырҙары көйгә һалынды.
"Бишбармаҡ"
Беҙҙең Өргөн ауылының
Урамдары - биш тармаҡ.
Байрам һайын һәр бер өйҙә
Бешә тәмле бишбармаҡ!
Хужабикә туҡмас киҫә,-
Гәүһәр ҡашлы балдағы.
Табындарҙың йәмен биҙәй
Башҡорттоң бишбармағы!
Беҙҙең ауыл күл буйында,
Урамдары - биш тармаҡ.
Ҡунаҡ килһә, һый -хөрмәте:
Буҙа, ҡымыҙ, бишбармаҡ.
Дәртле хужа ҡурай тарта,
Һиҙәм, мәжлес башламаҡ.
Күңелдәрҙе күтәрә шул,-
Әсе бал һәм бишбармаҡ.
Һай бишбармаҡ, бишбармаҡ,
Һинһеҙ ҡайҙарға бармаҡ?!
...Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ,-
Беҙҙә бешә бишбармаҡ!
"Өргөнөмдә өс тирәк"
Күл буйында үҫә өс тирәк...
Ундай күлдәр ерҙә бик һирәк.
Күңелемә минең моң кәрәк.
Яҙмышыма, ерем, бул терәк.
Яратам мин һине, Өргөнөм,
Һиндә йәшәй минең нур -гөлөм.
Һиндә йәшәй минең һөйөүем,
Юҡҡамы ни янып - көйөүем.
Йылы ғына йәйге иртәлә,
Зәңгәр күлем, мине иркәлә.
Тулҡындарың ярға ҡағыла,
Йөрәгемдән моңдар ағыла.
Яратам мин һине, Өргөнөм,
Һиндә йәшәй минең нур - гөлөм!
Һине уйлап үтә һәр көнөм.
Зәңгәр һыулы гүзәл Өргөнөм.
Күл буйында үҫә өс тирәк...
Зәңгәр күлгә, гүйә, йәм - терәк.
Ҡайтыуҙарым һеҙгә бик һирәк,
Йырла, күлем, миңә моң кәрәк!
"Урман шишмәһе"
Өргөн ауылының йәме:
Матур урман шишмәһе.
Һыуы шундай һалҡын һәм саф,
Көн дә килә эсәһе!
Шишмәлектең тирә - яғы
Йөҙйәшәр ҡарағайлыҡ.
Ул бит - беҙгә ололарҙан
Ҡалған бер мираҫ, байлыҡ!
Һыуы - шундай тәмле, татлы,
Шифалы, тәнгә дауа.
Ҡарағайҙар араһында, -
Һулап туймаҫлыҡ һауа!
Йәш килен һәм кәләштәрҙе
Шунда илтә һыу юлы.
Иңбашта - матур көйәнтә,
Силәктәрҙә һыу тулы!
Йыл да ҡабатланып тора
Матур, изге шул йола.
Тәбиғәттең бәрәкәте
Йәштәр йортона тула!
Шөкөр, беҙҙә үтеп тора
Төрлө сара, байрамдар.
...Ауылымдың ғорурлығы, -
Дан, урман шишмәһе бар!