

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Оҡшатамын ҡояшҡа"
Һәр саҡ барғым килеп тора,
Матур ауыл - Ҡоҙашҡа.
Алсаҡ йөҙлө кешеләрен, -
Оҡшатамын ҡояшҡа!
Күңелдәре - нурҙар сәсә,
Йомарт улар һый- ашҡа.
Тәбиғәте шундай гүзәл, -
Таң ҡаламын Ҡоҙашҡа!
Ҡылы менән Ҡандыболаҡ
Аға унда сылтырап.
Ерҙең ҡояшлы яғы ул, -
Унда һәр саҡ яҡтыраҡ!
Күңелдәргә иман сәсер
""Мәүлиҙә" мәсеттәре.
Намаҙ уҡыр, доға ҡылыр,
Ҡарт - ҡоро һәм йәштәре!
Татыу халыҡ йәшәй унда,
Ҡыҫҡаса - афариндар!
Йыр - бейеүгә моңло халыҡ,
Яңғырап тора моңдар!
Шундай күркәм, Ҡоҙаштарҙың -
Йорттары, мәсеттәре.
Динле булғас, ташып тора
Бәрәкәт, бәхеттәре!
Күңелемде болот баҫһа,
Мохтаж булһам ҡояшҡа.
...Нур, яҡтылыҡ, илһам эҙләп, -
Бара һалам Ҡоҙашҡа!