

Әлшәй районынының Раевка ҡасабаһында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» IX башҡорт балаҫы республика фестиваль-конкурсы үтте.
Милли биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә халыҡ традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сараны ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте.
Йылдан алып үткәрелә килә. Был киң масштаблы фестиваль, “Башҡорт балаҫы” төшөнсәһе Башҡортостандың региональ бренды булараҡ та теркәлгән.
Башҡорт балаҫын туҡыу серҙәрен, аҫаларының асылын белгән оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәжрибә уртаҡлаша, таһыллыҡ, нәфислек һәм сабырлыҡ талап иткән һөнәрҙе популярлаштырыу, башҡорт балаҫтарын киң танытыу өсөн тырыша. Быйыл 10 район 2 ҡала вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡабул итеүсе Әлшәй районынан Зилә Татлыбаева Гран-при ала. “Ҡыҫтырғыс туҡыусылыҡ” (“закладное ткачество”) техникаһында тиҙлеккә туҡыу номинацияһында Уральск ҡасабаһынан “Ирәмәл” ижад үҙәгенең директоры Динара Мөжәүирова 3-сө урын яулай алды.
Динара Рәис ҡыҙы призер булыуынан да алда, ҡарт өләсәһенең кәләш бирнәһендәге өлгөлә үҙе туҡыған келәмде күргәҙмәгә сығара алыуынан шат.
-Өләсәйемдең әсәһе Бигушева Шәргиә Ғәзизулла ҡыҙы Ишембай районының Йәнырыҫ (Янрусово) ауылында йәшәгән. Ете ҡыҙ һәм бер ул әсәһе. Минең өләсәйгә туҡыған келәме һаҡланмаған. Шөкөр, Петровский ауылында көн күргән бер әбейемдеке һаҡланған, ә Шәмсиә-инәй бар ҡыҙҙарына бер өлгөлә бирнә әҙерләгән. Әбейемә барып, ҡомартҡыны, һәр биҙәген ентекләп өйрәндем, фотоға төшөрҙөм. Һәм ошо өлгөлә үҙем дә туҡыным. Шәмсиә-инәй бик ашығып эш иткәндер, бер йылда өс ҡыҙын кейәүгә сығара бит, тимәк, бирнәне лә өс экземплярҙа әҙерләгән. Мин ни, максималь рәүештә аутентик булһын, йәғни төп нөсхәгә тура килһен өсөн, ваҡ “ҡытыршылыҡтарҙы” ла ҡабатларға ынтылдым. Әйтәйек, тегелгән урынында ике киҫәктә төҫ айырмалылығын абайларға була. Нисек кенә булмаһын, был эшемдән ныҡ ҡәнәғәтмен! Нәҫелдә булған боронғо кәсепте дауам итә алыуым, өләсәйҙәрем рухына хөрмәт күрһәтә алыуым күңелгә кинәнес бирә.
«Быуаттарҙы бәйләүсе еп» фестивале лә бик ыңғай тәҫьир итә. Башҡорт фольклоры, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли кәсептәр буйынса белгес, сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваның сығышы үҙе генә ни тора! Башҡортостанда дандары киң таралған Әлшәй, Миәкә оҫтабикәләренән дә күп файҙалы кәңәштәр ишетә. Бына бит ҡыҙыҡ, борон келәм әҙер булыу менән башта аяҡ аҫтына һалғандар, хатта, өҫтәндә күмәкләп бейегәндәр, һуңынан иһә өс-дүрт көн ҡояш аҫтына элеп ҡуйғандар. Ниңә былай кәрәк булған? Ата-бабаларыбыҙ саманан тыш сағыу-баҙыҡ төҫтәрҙе үҙһенмәгән бит, ыуылйымыраҡ, тәбиғирәк, йылыраҡ колерҙарға өҫтөнлөк биргәндәр. Саҡ ҡына уңдырып ошо маҡсатҡа ирешкәндәр, ти.
P.S. Өс-дүрт йыл элек “Ирәмәл” ижад үҙәге базаһында тормошҡа ашырылған “Тамырҙарға ҡайтыу –Туҡыусылыҡты тергеҙеү” ("Возвращение к истокам - Возрождая ткачество") проекты тураһында гәзитебеҙҙә яҙа килдек. Мәҙәни инициативалар буйынса РФ Президент фонды грантынан алған импульс әле лә дауам итә килә. Бына ошо көндәрҙә Учалы тарих-төбәкте өйрәнеү музейында “Туҡыусылыҡ донъяһы: сәнғәт һәм традициялар” тип аталған күргәҙмә асылды. Экспозицияның нигеҙе – “Ирәмәл” үҙәге (остаздары Динә Мөхәмәтова), Учалы Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы (Әнисә Хажиева) оҫталарының эшттәре. Килегеҙ, ҡарағыҙ, һоҡланығыҙ!