

"Сәфәрҙәр"
Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
Ауыр юлда улар һынатмаҫтар,
Сәмле бит ул беҙҙең сәфәрҙәр.
Ҡабул булһын изге теләктәре,
Ҡабул булһын изге ғәмәлдәр.
Һеҙҙе маҡтап күпме йыр яҙылған,
Әле тыуыр күпме әҫәрҙәр!
Күпме талант һәм батырҙар биргән,-
Ҡотло төбәк, данлы Сәфәрҙәр!
Арабыҙҙан беҙҙең ел үтмәһен,
Йөрөһөн тик матур хәбәрҙәр.
Ярты ғүмер һеҙҙең менән үтә, -
Хеҙмәттәштәр, уңған Сәфәрҙәр!
Кәрәк түгел миңә диңгеҙ буйы,
Ҡазан тигән матур шәһәрҙәр.
Һеҙҙең алсаҡ, нурлы күңелдәрҙән, -
Йәм табамын, дуҫтар, Сәфәрҙәр!
Яҡын күреп, һеҙҙе хөрмәт итәм,
Мөһим һеҙҙең төплө фекерҙәр.
...Донъябыҙҙы ҡотло иткән өсөн, -
Рәхмәт яуһын, һеҙгә, Сәфәрҙәр!!!