

"Ураҙ"
Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Барам әле Ураҙҙарға!"
Күңелемдә илһам бөткән,
Барам әле Ураҙҙарға.
Бәлки, Хоҙай насип итер,
Берәй матур йыр яҙырға!
Дуҫтарымдың хәлен белеп,
Күңелемә нур алырға.
Таңғы ысыҡтарҙы кисеп,
Айыуташҡа юл һалырға.
Ҡарамайса томра эҫе
Йәки ҡарлы бурандарға.
...Илһам, ҡот һәм шатлыҡ эҙләп,
Барам әле, Ураҙҙарға!