Яйыҡ
+12 °С
Дождь
Новости
29 Апреля , 10:49

“Ыҡ һәм Кама буйҙарында”

Нилә Исламова - "Кама мәргәнбикәһе"!

“Ыҡ һәм Кама буйҙарында”“Ыҡ һәм Кама буйҙарында”
“Ыҡ һәм Кама буйҙарында”

 

Башҡортостандың Краснокама районы Николо-Березовка ҡасабаһында   "Кама мәргәне" традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир үткәрелде.  Республиканың бихисап  райондарынан, шулай уҡ Татарстан һәм Удмуртиянан 100-гә яҡын уғатар  ҡатнаша. Улар йәш арауығы буйынса "балалар", "өлкәндәр" һәм "ветерандар 55+" төркөмдәренә бүленеп мәргәнлектә ярышты.

Спорт тантанаһы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланыуы исем өсөн генә түгел, сөнки уны үткәреүҙә казак ойошмалары ла  әүҙем ҡатнаша. Башҡорт менән казактар ғүмер баҡый эйәргә эйәр терәп йөрөгәндәр бит инде яуҙарҙа. Уҡ атыуҙың үҙенән тыш декортатив-ҡулланма әйберҙәр йәрминкәһе, балалар өсөн уйындар, матур концерт ойошторола. Милли һыйҙар тәҡдим ителә.

  Турнирҙың баш судьяһы итеп яҡташыбыҙ Рәис Низаметдинов саҡырыла. Наурыҙ ауылынан танылған мәргәнбикәбеҙ Нилә Исламова чемпион итеп танылһа, тормош иптәше Юнир Ибраһим улы “көмөш миҙал” яуланы. Икеһен дә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

  Казактар ҙа  ҡатнашҡас,  турнир һөҙөмтәләре билдәле булғас, үҙ категорияларында чемпиондар араһында Атаман кубогына атыш үткәрләр.  Уныһында Өфө районы “Юрмаш мәргәне” клубынан Фәрит Юлдашбаев еңеп сыға.

Уғатарҙар ҙа, ойоштороусылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа бик кәнәғәт ҡалған, был турнирҙы даими ойоштороу тураһында ҡарарға киләләр.

...Кама йылғаһы беҙҙән, әлбиттә, алыҫ ( Учалынан  Николо-Березовкаға тиклем алты йөҙ саҡрым тирәһе). Шулай ҙа, Ҡадир Ишбулдиндың башҡарыуында “Ҡаранай”ҙы йотлоғоп тыңлай торғас, “Ыҡ һәм Кама буйҙарында”, “Башҡортостан, илем минең, халҡым минең, ерем минең -ябай халҡы мәргәндәргә бай” һүҙҙәре  үҙенән-үҙе ҡолаҡта йыш яңғырап ала. Шуға ла “Кама мәргәнбикәһе” нәҡ Учалынан булыуы айырыуса ғорурлыҡ уятты беҙҙә!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас