Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
30 Апреля , 04:15

"Ҡолоштар"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Ҡолоштар""Ҡолоштар"
"Ҡолоштар"

 

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Ҡолоштар"

Шундай матур, дан урында
Йәшәйһегеҙ, ҡолоштар.
Кешеләрең яҡты йөҙлө,
Ихлас, уңған, тырыштар!
Һеҙҙең өсөн ят нимә ул
Талаш, ғәйбәт, ыҙғыштар.
Изге эшкә юллай һеҙҙе, -
Иман нуры, ҡолоштар!
Сылтыр- сылтыр, йырын көйләп,
Ағалыр Шәгәр йылға.
Тыуған яғым, һиңә тиеп, -
Сығамын тағы юлға!
Аллаһ бирһә, осрашырбыҙ,
Баштар ғына булһын һау.
Ҡолас йәйеп, ҡаршы алыр,
Беҙҙе ғорур Алтынтау!
Һеҙҙән йыраҡ йәшәһәм дә,
Төшөп тора йомоштар.
Ҡунаҡсыл һеҙ, йомарт, дәртле,
Яҡташтарым, ҡолоштар!
Һеҙгә ҙур һаулыҡ теләйем,
Ҡот, бәрәкәт, уңыштар!
Учалымдың йөҙөк ҡашы, -
Һеҙ икән ул, ҡолоштар!
Һеҙҙең күңелдәрҙә иман,
Донъяғыҙҙа - ырыҫ бар.
...Мәңге ҡыуанып йәшәгеҙ, -
Илем күрке, ҡолоштар!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас