

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Яңауыл-Буранғол"
Ҡурҡыныс түгел Яманһаҙ,
Бурап өргән ел-дауыл.
Һағыныуҙар сиктән ашҡан,
Ҡайтам һиңә, Яңауыл!
Ҡарағастар шаулап үҫкән,
Яйыҡ - йылға башына.
Самауырыңды шыжлатып
Ултыр, әсәй, ҡаршыма!
Остотауға ҡараш ташлап,
Бер һоҡланһам Аҡкүлгә.
Тылсым тула, сихри тылсым, -
Илһамланған күңелгә!
Ер шарын урап сыҡтым да,
Артылдым күп тауҙарға.
Тыуған яҡтың ҡәҙерҙәрен, -
Өйрәндем мин аңларға.
Һималайҙың түбәһендә,
Торам, бында - ел, дауыл.
...Уйҙарымда - Яйыҡ башы,
Хыялымда - Яңауыл!