Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
4 Мая , 03:14

"Иманғол"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Иманғол""Иманғол"
"Иманғол"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Иманғолым"

Һине иҫкә алғанымда,
Һәр саҡта ла уңа юлым.
Юлдарымда маяҡ булып,
Тораһың һин, Иманғолым!

Ел - дауылдан ышыҡ һиңә,
Бәхтәй тауың, Талышманың.
Дан шәхестәр биреп илгә,
Алыҫ китте һинең даның!

Сыҡты һинән күпме талант,
Һөнәрселәр - "алтын ҡуллы".
Иманлылар төйәге һин,
Кешеләрең изге уйлы!

Ауылыма ҡайтып киләм,
Тоям хатта яҙ етеүен.
Саф һыуҙарын сылтыратып,
Аға йылға - Ташкисеүем!

Һәр бер әсәй көтәлер ул,
Ҡайтыр, тиеп ҡыҙым, улым.
... Ҡолас йәйеп ҡаршы алыр,
Ожмах иле - Иманғолым!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас