

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ишкендәр"
Ҡайҙа барма - дуҫтар көтә,
Дуҫтарым күп: йөҙ, меңдәр.
Шул дуҫтарым араһында, -
Иң шәптәре - Ишкендәр!
Унда уңған халыҡ йәшәй,
Шаулап үҫә игендәр.
Киң күңелле һәм ҡунаҡсыл,
Шәп халыҡ ул, Ишкендәр!
Унда барһам - күңел йырлай,
Илһамлы үтә көндәр.
Йырға - моңға дәртле халыҡ,
Яҡташтарым, Ишкендәр!
Тәбиғәте ниндәй хозур,
Ялан - ҡырҙар иркендәр.
Шөкөр итеп, иман тотоп,
Матур йәшәй Ишкендәр!
Ошо затлы, шәп ырыуҙан
Сыҡҡан данлы исемдәр.
Һеҙ тарихҡа алтын баған
Ҡаҡҡан халыҡ, Ишкендәр!
Учалы - таланттар иле,
Беҙҙә йәшәй иң - иңдәр.
...Шул дуҫтарым араһында, -
Иң шәптәре - Ишкендәр!