Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
6 Мая , 03:22

"Һәйтәгем"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Һәйтәгем""Һәйтәгем"
"Һәйтәгем"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Күрше ауыл, Һәйтәгем!🌷🌺🌷"

Тауҙарыңда сейә бешкән,
Тоям хатта еҫ-тәмен.
Күңел тик һиңә тартыла,
Күрше ауыл, Һәйтәгем!

Аҡ ҡайынлы урманыңдан
Үтһәм, таша дәрт - сәмем.
Шундай хозур тәбиғәтле, -
Иһ, гүзәл ер, Һәйтәгем!

Һине маҡтап бары матур,
Йылы һүҙҙәр әйтәмен.
Халҡың - шундай дәртле, уңған,
Нур усағы - Һәйтәгем!

Сейәләрең - шундай һутлы,
Халҡың - ҡотло, Һәйтәгем.
...Шул кешеләргә һоҡланып,
Килә оҙаҡ йәшәгем!

 
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас