Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Май , 03:23

"Ишмәкәй"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Ишмәкәй""Ишмәкәй"
"Ишмәкәй"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Ишмәкәйем"

Бала - сағым хәтирәһе, -
Күк тирәкле Ишмәкәйем.
Һиңә ҡайтһам - күңел йырлай,
Таша ижад шишмәкәйем!

Тәбиғәтең шундай хозур,
Нурҙар иле - Ишмәкәйем.
Ҙур быуаңда балыҡ уйнай:
Алабуға, сабаҡ, йәйен.

Ҡоймаҡ ҡойоп, ҡунаҡтарын
Саҡырғандыр инәйкәйем.
Халҡың шундай алсаҡ йөҙлө, -
Тыуған яғым, Ишмәкәйем!

Йәшлек дуҫтарын күрергә
Ҡайтам һиңә ҡышын - йәйен.
Бер гөрләшеп ултырырға, -
Тәмләп эсеп ауыл сәйен!

Һиңә ҡайтһам - күңел йырлай,
Таша ижад шишмәкәйем.
...Учалымдың бер йәме һин, -
Нурҙар иле, Ишмәкәйем!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас