-Көн һайын полицияға зыян күреүселәр мөрәжәғәт итә. Уларҙың 80 проценты мутлашыусылар хаҡында белә тороп та ҡармаҡҡа эләгәләр. Нигеҙҙә был аҡсалар сит илгә, Украина иҫәбенә китә. Уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Былтыр учалылар мутлашыусыларға 86 миллион һум аҡса күсергән. 2023 йылда 65 миллион һум, 2022 йылда 25 миллион һум булған. 2025 йылдың башынан бөгөнгө көнгә тиклем яҡташтарыбыҙ 5 миллион һум аҡсаларын күсереп өлгөргәндәр. Республикала иһә былтыр 8 ай эсендә 10 мең мутлыҡ осрағы теркәлгән, зыян – 4 миллиард һум. Башҡортостан зыян күреү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә, - тип бәйән итте Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең начальник урынбаҫары Финат Әҙелгәрәев.
Полиция хеҙмәткәре билдәләүенсә, алдашыу схемалары һәм ысулдары күп. Әммә улар күберәк 2 ысул менән башҡарыла. Беренсеһе - мобиль йәки интернет элемтә каналдары аша, икенсеһе - төрлө тауарҙар һатып алғанда. Мутлашыусылар SIP-телефонияны ҡулланып, банк учреждениеһының колл-үҙәге эшен имитациялап һәм банк хеҙмәткәрҙәренең терминдарын ҡулланып, аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә йәки банк картаһы реквизиттарын һәм банк операцияларын раҫлау кодтарын хәбәр итергә тәҡдим итә. Шул рәүешле кешеләрҙең иҫәптәге аҡсаһын урлайҙар, кредит алдырталар.
Һуңғы ваҡытта шулай уҡ халыҡты полиция, ФСБ һәм прокуратура хеҙмәткәре булып алдайҙар. “Һеҙ аҡсағыҙҙы сит ил иҫәбенә күсергәнһегеҙ! Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған!”- тип алдап, кешенән икенсе иҫәп астырып, бар аҡсаһын шунда күсертәләр. Хатта йыш ҡына заем аҡсаһын да “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә күндерәләр.
Мутлашыусылар кешеләргә шылтыратып, кәрәҙле элемтә хеҙмәткәре булып таныштырып, сим-картаның “иҫкереүен”, уның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға кәрәклеген һәм отошло тарифҡа күсергә тәҡдим итә. һеҙ риза булһағыҙ, смс-хәбәр менән килгән кодты ғына әйтергә кәрәк. Ысынында был код мутлашыусыларға һеҙҙең “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтындағы йәки банк ҡушымтаһындағы аккаунтығыҙға үтеп инеп, аҡсағыҙҙы урлау өсөн кәрәк. Инвестициялар ярҙамында табыш алырға теләүселәр зыян күреүселәрҙең айырым категорияһын тәшкил итә. Был өлкәлә белем етмәү, бер ай эсендә миллионлаған аҡса эшләп була тигән ышаныу кешеләрҙе алданырға мәжбүр итә. Аферистар халыҡты үҙ селтәрҙәренә йәлеп итеп, юғары килем вәғәҙәләп, артабан бәләкәй суммаларҙы кире ҡайтарып ышандырып ала. Мутлыҡ сайттарының дизайны билдәле сауҙа майҙансыҡтарына оҡшаш, сайт реаль биржаларҙы имитациялай һәм реаль сауҙа мәғлүмәттәрен күрһәтә ала. Шул уҡ ваҡытта зыян күреүсе күп аҡсаны һалып, табышын алырға теләгәндән һуң, финанс “эксперттары” юҡҡа сыға, аҡса кире ҡайтарылмай.
Мутлашыусылар үҙҙәренең енәйәтенә үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе курьер итеп йәлеп итә. “Һеҙҙең туғанығыҙ аварияға эләкте” мутлашыу схемаһы буйынса ғына әллә күпме енәйәт осрағы теркәлә.
Ҡайһы бер осраҡтарҙы бәйән итеп китеү урынлы булыр, бәлки кемгәлер фәһем дә килтерер.
Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә иҫәптәренән аҡса урланыуын белдереп унға яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Улар был осраҡта үҙҙәренең туғанын һәм танышын - Учалы үҙәк район дауаханаһында эшләүсе 44 йәшлек күп балалы ҡатынды ғәйепләйҙәр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәйепләнеүсе интернетта өҫтәмә эш хаҡы тураһында иғлан таба һәм еңел генә аҡса эшләргә була. Тикшереү версияһы буйынса, ике аҙна дауамында медицина хеҙмәткәре төрлө һылтауҙар менән таныштарын төрлө банк операцияларын уларҙың онлайн-ҡулланмаларында башҡарырға күндерә һәм шулай итеп кредиттар рәсмиләштерә. Зыян күреүселәр уға ышана һәм миллионлаған кредит һаҙлығына батырбыҙ тип уйламайҙар ҙа. Аҡсаларҙы ғәйепләнеүсе «инвестиция платформаһына» күсерә. Иҫәп хужалары, күпмелер ваҡыттан һуң бурыстары тураһында белгәс, полицияға мөрәжәғәт итә лә инде. Ғариза биреүселәр күргән зыян яҡынса 12 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Учалынан 72 йәшлек ир аферистарҙы бөтәһе өс миллион һумдан ашыу суммаға байытҡан! Ул Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡсаһын юғалтыуҙан ҡурҡып, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккәнен һөйләгән. Уға мессенджер аша билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Мутлашыусылар “банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре” булып таныла һәм ирҙең исеменә билдәһеҙ әҙәмдәрҙең кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә. Шылтыратыусылар, был операцияға ҡамасаулау өсөн аҡсаны махсус "хәүефһеҙ” иҫәпкә ебәрергә кәрәк, ти. Пенсионер муттарға ышана һәм уларға үҙенең аҡсаһын ебәрә...
Март башында тағы бер яҡташыбыҙ еңел ысул менән байырға теләп төп башына ултыра. “Батыр” шәхси һаҡ предприятиеһы һаҡсыһы тәүҙә 10 мең һум аҡсаһын һалып 1,70 доллар аҡса эшләй. Артабан инде көнләп түгел, сәғәтләп байыу хыялы менән 890 мең һум аҡсаһын күсерә. Мутлашыусылар иһә килемде сығарыу өсөн берәй иҫәп кәрәклеген әйтә. Яҡташыбыҙ күп уйлап тормай коллегаһына мөрәжәғәт итә. Шылтыратыу барышында енәйәтселәр һаҡсының танышын 1 млн 35 мең һумға һемәйтәләр, ошо уҡ схема буйынса һаҡсының тағы бер ауылдашы 1 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән бер тауыштан граждандарҙы уяу булырға саҡырабыҙ. Иң мөһимен иҫегеҙҙә тотоғоҙ: оперҙар ҙа, тәфтишселәр ҙә, банк хеҙмәткәрҙәре лә, брокерҙар ҙа, элемтә операторҙары ла, почтальондар ҙа, “Дәүләт хеҙмәттәре” лә, инвестиция белгестәре лә, һеҙҙең аҡсағыҙҙы, банк иҫәбегеҙҙе, телефон номерығыҙҙы, шәхси хатығыҙҙы хәстәрләп, шылтыратмай, яҙмай, бимаҙаламай. Әгәр һеҙгә ят номерҙан шылтыратһалар, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. Һөйләшеп тә тормағыҙ! Банк иҫәбегеҙҙә шикле операциялар башҡарыла, тигәнде ишетһәгеҙ, смс-хәбәрҙә күрһәгеҙ, һөйләшеүҙе өҙөп, хәбәргә яуапламай, банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Шылтыратыусыларға шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм картаның кире яғындағы кодты һис ҡасан әйтмәгеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе лә алдаҡсылар тураһында иҫкәртегеҙ.
Әлиә ДАУЫТОВА