Әле бына тағы бер яҡташыбыҙ, 63 шлек пенсионер мутлашыусылар ҡорбаны булды. 4 миллион 150 мең һум аҡсаһын юғалта. Ул полицияға хәбәр итеүенсә, 20 апрелдән 25 апрелгә тиклем үҙҙәрен «Дәүләт хеҙмәттәре» һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып танытҡан билдәһеҙ кешеләр уны, йәнәһе, мутлашыусыларҙан ҡотҡарыу өсөн бөтә аҡсаһын банк иҫәбенән алырға күндерә.
Пенсионер Ленин урамындағы банк бүлексәһенә килә. Хеҙмәткәрҙәр уның менән әңгәмә үткәрә, ҙур сумманы алыу маҡсаты тураһында белешә. Ир ейәнсәренә фатир һатып алыу өсөн аҡса кәрәк, тип яуаплай. 25 апрелдә ул курьерға 4 миллион 150 мең һум аҡса тапшыра.
Осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: дәүләт органдары, банктар һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да граждандарға «хәүефһеҙ иҫәпкә» аҡса күсереүҙе йәки уларҙы курьерҙарға тапшырыуҙы талап итеп шылтыратмай. Әгәр һеҙгә шулай тип шылтыратһалар, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ойошма менән рәсми телефон номеры аша бәйләнешкә инегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға йыш ҡына мутлашыу осраҡтары тураһында һөйләгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: пенсионерҙарҙан аҡса алған курьерҙар — енәйәт схемаһының бер өлөшө.
Әлиә ФӘРРӘХОВА.