Яйыҡ
+27 °С
Ясно
Новости
7 Мая , 05:00

Һуғыш миңә тормошто яратырға өйрәтте

Яҡташыбыҙ, 47 йәшлек Илмир Әсәҙуллин 2023 йылда контракт төҙөп, МХО-ға юллана. Был - уның ныҡлап уйланылған ҡарары була. Ысын ир-егеттәрсә аҙымын ил өҫтөнә килгән ауыр һынауҙан ситтә тороп ҡала алмауы менән аңлата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби задание үтәгәндә, ул һул ҡулһыҙ ҡала. Бәхеткә командиры эргәһендә була, ваҡытында ярҙам күрһәтәләр. Оҙаҡ дауаланғандан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, ҡулһыҙ ҡалһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй. “Һуғыш миңә тормошто яратырға, һәр көнөңә шөкөр итеп, бәләкәй генә әйберҙәрҙән дә ҡыуаныс табып йәшәргә өйрәтте”, - ти.

Һуғыш миңә тормошто яратырға өйрәттеҺуғыш миңә тормошто яратырға өйрәтте
Һуғыш миңә тормошто яратырға өйрәтте

Махсус хәрби операцияға Учалы егеттәре менән юллана Илмир. Документтар әҙерләп, комиссия үткәндән һуң Өфөгә сығалар. Унан уларҙы Ырымбурға, артабан Ростовҡа ебәрәләр. Уға штурмлау бригадаһында хеҙмәт итәсәген алдан уҡ әйтәләр. Ике аҙна әҙерлек ваҡытында һуғыш яланында үҙеңде нисек тоторға, хәрби бурыс үтәү алымдарын, тиҙ ярҙам күрһәтеү сараларын өйрәнә.

Ростовтағы әҙерлектән һуң уларҙы алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр. Беренсе штурм... Хәрби заданиеға ингәндәрен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй ул. Химик заводты алырға тигән приказ була, бер ай уның өсөн һуғышалар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡын туғандарыңа әйләнгән яуҙаштарыңды юғалтыу, тәүге ҡурҡыу хисе, дошманға ҡарата нәфрәт – барыһы ла бергә бутала. Үҙен тиҙ ҡулға ала, хис-тойғоларға, ҡурҡыуға бында урын юҡлығын тиҙ төшөнә. Көсһөҙлөгөңдө күрһәтеп, ебеп төшәң икән, шундуҡ һәләк буласағын аңлай. Беренсе штурмда ныҡлы сынығыу алып, яугир артабанғы штурмдарына ҡыйыу, ышаныс менән инә. Һәр һалдатының ҡәҙерен белгән командование ҡулы аҫтында хеҙмәт итә ул. Нацистарҙан азат иткән ауылдарҙа йәшәгән кешеләр ҙә яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Бандерҙарҙың ҡайҙа йәшенеп ултырғандарын да хәбәр итәләр.

Аҙыҡ-түлек менән проблема булмай, ас, һыуһыҙ ултырғандарын хәтерләмәй. Ирекмәндәрҙең, урындағы эшҡыуарҙарҙың һуғыш барыуға ҡарамаҫтан даими рәүештә гуманитар ярҙам килтереүҙәрен телгә алды.

Частәрендә негрҙар менән бергә һуғышыуҙарын көлөп иҫкә төшөрә. “Русса ике ауыҙ һүҙ белмәһәләр ҙә, яҡшы һуғышсылар. Ихластар, эскерһеҙҙәр. Һуғыштан һуң үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙылар, аллигатор бешереп һыйларға вәғәҙәләнеләр”, - ти.  

Үлем менән күҙгә күҙ осрашҡан ваҡыттары ла күп була. “Тәмәке ғүмерҙе ҡыҫҡарта, тиҙәр, ә миңә киреһенсә, шунда ғүмеремде оҙайтты”, - тип һөйләй.

Сираттағы заданиеға барғанда ташландыҡ ауылдағы подвалда 10 кеше оҙаҡ ҡына ваҡыт ултырырға тура килә. Яугир тәмәке тартырға сыға. “Украинала төндәре ҡап-ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә күренмәй. Дошман ҡаршыңа сығып маңлайыңа автомат терәһә лә, күрмәйәсәкһең. Алма ағасы аҫтына йәшенеп, тәмәкемде һура башланым. Шул саҡта ни рәүешлелер беҙҙе абайлап ҡалған дошман дроны подвалды шартлатып та китте. Был дрондар-камикадзелар иң ҡурҡыныстары. Үҙҙәрен һиҙҙермәйҙәр ҙә, күренмәйҙәр ҙә. Әллә ҡайҙан килеп сығалар ҙа, шартлатып та китәләр,” - ти.

Яуҙаштарының барыһы ла һәләк була. Рация аша хәлде аңлатып командирына хәбәр ебәрә. Уға был урындан тиҙ генә китергә ҡушалар, ҡаса-боҫа, урман аша үҙенекеләргә мең бәлә менән барып етә.

Тағы ла бер ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. Дошман позицияны штурм менән алғандан һуң, блиндажда хәл алырға туҡтайҙар. Яҡташыбыҙ яуҙашына ҡаршылағы ташландыҡ блиндаждарға разведкаға барып килергә тәҡдим яһай. Нацистарҙың аҙыҡ-түлеген, америка тушенкаларын, колбасаларын ауыҙ итеп ҡарағылары килеп китә. Окоптар буйлап йөрөп, байтаҡ продукция йыйып алалар. Шунда бер блиндажға кереп барғанда, һөйләшкән тауыштар ишетеп ҡалалар. Уларҙың дошман икәнен һиҙемләп, артҡа сигенә башлайҙар. Тегеләр ҙә быларҙы аңғара. “Һеҙ кемдәр, ниндәй бригада”, - тип ҡысҡыра башлайҙар. Яҡташыбыҙ, “Беҙ 15 бригаданан”, - тип башына килгән беренсе уйҙы әйтә һәм ҡуйынындағы гранатаны блиндаж эсенә ырғытып, йән-фарман ҡайтыу яғына һыпырталар. Атыш башлана, ярай ҙа дөм ҡараңғыла үҙҙәрен абайламайҙар, көс хәлгә үҙҙәренекенә ҡайтып йығылалар.

Штурмлау бригадаһында тере ҡалыуың рулетка уйнау менән бер икәнен барыһы ла яҡшы белә. Яугирҙан заданиеларҙан иҫән-һау сығырға нимә ярҙам итте, тип һорағас: “Бер нимәлә осраҡлы булмай. Минең һуғышта тере ҡалыуым, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте. Тимәк, көнөм әлегә бөтмәгән. Ерҙә ниндәйҙер эшләп бөтөлмәгән эштәрем ҡалған, уларҙы атҡарырға кәрәк”, - тип яуапланы. Һуғышта иң ҡурҡанны әсирлеккә төшөү икәнен йәшермәй. Дошмандың ни тиклем ҡанһыҙ булыуҙарын яҡшы белә. Бер-бер хәл булһа, тыныс ҡына үлем бирһен, тип Хоҙайҙан ялбара.

Сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә ҡамауға эләгәләр. Уларға ҡаршы американың “Бредли” хәрби машинаһы ут аса. Яугир елкәһенә гранатометын һалып, танктың тәгәрмәсенә тоҫҡаған мәлдә көслө тулҡын уны ситкә алып бәрә. Тәүҙә нимә булғанын аңламай, ҡайҙалыр командирының: ”Тиҙерәк минең яҡҡа шыуыш, жгут һалырға кәрәк”, - тип ҡысҡырғанын ишетеп ҡала. “Нимә һөйләй ул, ниндәй жгут”, - тип аптырай. Шунда ғына терһәгенә тиклем ҡулының юҡлығын абайлай. “Ҡайҙа булды икән”, - тип һаман шоктан сыға алмай ҡаңғыра. Шулай ҙа командиры янына шыуышып барып етә, жгут һалдыра, ауырытыуҙы баҫыусы укол эшләйҙәр. Күп тә үтмәй алдан да, арттан да уларҙы “кассеталар” менән бәрә башлайҙар, күҙ асырға ла әмәл бирмәйҙәр. Үлем көтөп ятып булмай, тип артҡа сигенәләр. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, һуғыш яланынан алып сыға командиры. Яугирға беренсе ярҙам күрһәтәләр, әммә хәле мөшкөл икәнен шундуҡ әйтәләр, ҡанды күп юғалтҡан булған. Әгәр ҙә бында ҡалһа, төндө сыға алмаясаҡ, тыныс урынға алып сыҡһалар ҙа, тере ҡалыуы 50 гә 50, тип киҫәтәләр. Бер сәғәттән УАЗ менән машинаһы менән эвакуаторлаусы килә. Водитель яҡташыбыҙҙың хәле ҡыл өҫтөндә икәнен күреп, тәүәккәләргә була, минометтар уты аҫтында яралыны көскә «санитарка»ға алып сыға. Унда уларҙы вертолет көтә, ялан госпиталенә оҙаталар, беренсе операция ошонда үтә. Хәле бик мөшкөл була, гемоглобины 35-кө төшә. Бындай күрһәткестәр менән тере ҡалыуына табиптар ҙа аптырай. Үҙе әйтмешләй, көнө бөтмәгән булған, күрәһең. “Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы ғына ҡотҡарҙы, юғиһә ҡан юғалтыуҙан һәләк булыр инем”, - тип һөйләй яугир.

Әйткәндәй, үҙен ҡотҡарған командирына, эвакуаторлаусы водителгә ҙур рәхмәтле ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командирының һуңынан һәләк булыуын ишетә. Магнитогорскийҙан “Чикаго” позывнойлы ҡаһарман ине, тип хәтерләй. Водителдең кем икәнен иҫләмәй. “Уның да минең менән һәләк булыуы ихтимал ине бит”, - тип әле лә аптырай. Сөнки уларҙан алда ғына КАМАЗ машинаһында эвакуацияланған яралы һалдаттарҙы шартлаталар, барыһы ла һәләк була. Шунда инде хәрби туғанлыҡтың ни тиклем көслө булыуын аңлай.

“Һуғыштағы кеүек дуҫлыҡты бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да күргәнем булманы”, - ти ул.

Операция артынан операция үтеп, оҙайлы реабилитацияларҙан һуң былтыр өйөнә ҡайта, демобилизациялана. Яугир иң беренсе эшен бер ҡулһыҙ йәшәргә өйрәнеүҙән башлай. Өйләнмәгән, яҡындары ла күптән юҡтар был донъяла. Арҡаланып, ышанып ултырырлыҡ кешеһе юҡ, тимәксемен. Шуға ла ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙ йүнен үҙе күрергә тырыша. Сиркәүгә йөрөй, “Мосолман булһам да, христиан дине күңелемә яҡыныраҡ. Сиркәүгә барып, ундағы дин әһелдәре менән һөйләшеп ҡайтыу күңелемә тыныслыҡ бирә, тормоштоң мәғәнәһен аңларға ярҙам итә”,  - ти. 

Ҡулына протез эшләтеп алған. Уның артынан Мәскәүгә, йәки Санкт-Петербургка барырға тейеш булған, һуңынан Өфөлә лә яҡшы протез эшләүҙәрен ишетеп, баш ҡалаға юллана. Протез эшләүсе табип Учалынан булып сыға, ҡасандыр ҡаланың 3-сө лицейында бергә уҡығандар. Аралашып, дуҫлашып китәләр. Ошо арала табип яҡташы ҡунаҡҡа килергә тейеш, тип көтә, үҙе менән яңы протездар ҙа килтерергә тейеш. Протездарҙың да төрлөһө була икән. Матурлыҡ өсөн яһалғаны менән эш эшләп булмай, ҡалғандары үҙеңде хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы. Бигерәк тә, биҙрә менән һыу ташыу өсөн ырғаҡ ҡуйылып эшләнгәнен килтергәнен көтә табип дуҫының. 

Яугирҙәрҙе яңғыҙ ҡалдырмауҙарына рәхмәт белдерә. Даими хәлен белешеп торалар, ярҙам күрһәтәләр. Күптән түгел Мәшғүллек үҙәгенә саҡыртып, эш тураһында һөйләшкәндәр. Яраҡлы эш килеп сыҡһа, бөгөндән эшкә сығырға риза. Өйҙә ятыуы ялҡытты, кеше араһында йөрөһәң, көндөң үткәне лә һиҙелмәй, тигән фекерҙә. Икенсенән, теләгең булһа, бер ҡулһыҙ ҙа эшләргә мөмкин, теләк кенә кәрәк.

Яҡташыбыҙға тыныс тормошта күңел тыныслығы табып, матур маҡсаттарын тормошҡа ашырып йәшәүен теләп ҡалабыҙ.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас