

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Уральск"
Ҡайтыр юлды көрттәр баҫҡан,
Кемдер әйтә: "Урап сыҡ! "
Алда, уттарын балҡыта, -
Тыуған яғым, Уральск!
Һағыныуҙар сиктән ашҡан,
Көрт - ҡарҙы үтәм ярып.
Аллаһ бирһә, үҙ йортома, -
Ҡайтып етәрмен арып.
Инәйем мейес яҡҡандыр,
Яҡты, алсаҡ беҙҙең йорт.
Уның күңел йылыһынан, -
Бар донъяға тула ҡот!
Тыуған яғым - матур төбәк,
Маҡтанмай ғына әйтәм.
Күпме еңеүҙәр яуланы, -
Беҙҙең данлыҡлы " Ләйсән! "
Ниндәй гүзәл тәбиғәте:
Игенле ҡыр- баҫыуҙар.
Үҙе бәхет, бәрәкәтле, -
Ергә аяҡ баҫыуҙар!
Инәй әйтә: " Юлға сыҡһаң,
Изге теләк юрап сыҡ.
Һине һәр саҡ көтөп алыр,
Тыуған йортоң, Уральск!
Изгелек ҡыл, ҡояш кеүек
Бар донъяны нурлап сыҡ!
...Балам, тиеп, ғорурланһын,-
Тыуған ерең - Уральск!"