

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Сораман"
Гүзәл ерҙәр ҡайҙа тиеп,
Дуҫтар, һеҙҙән һорамам.
Белеп торамын былай ҙа:
Матур төбәк - Сораман!
Һағынғанда, тауҙар аша,
Сығам уға туранан.
Ҡоластарын йәйеп мине, -
Ҡаршы ала Сораман.
Матур һәм бай илдәр эҙләп,
Бар донъяны урамам.
Үҙе бер ожмах иле ул, -
Данлы ауыл - Сораман!
Сит ерҙәрҙә йәшәй алмам,
Яҡты хыял ҡоралмам.
...Йыр эҙләгән күңелемде, -
Илһамландыр, Сораман!