Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
13 Май , 03:17

"Мансур"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Мансур""Мансур"
"Мансур"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Мансур"

Һәр саҡ барғым килеп тора,
Йәндуҫтарым, Мансурҙарға.
Иһ, уларҙы оҡшатамын, -
Аҫылташ һәм алтындарға!

Ипле халыҡ йәшәй унда,
Холоҡтары шундай һәйбәт.
Уңған, татыу, кешелекле,
Йөрөтмәйҙәр ошаҡ, ғәйбәт.

Тартылып тора күңелем
Әллә ниңә, Мансурҙарға.
Хоҙай яҡты сырай биргән, -
Шул яҡтағы ҡатындарға.

Бер күҙ һирпеп ҡуйһалар ҙа,
Сорналаһың аҡ нурҙарға.
Бер миҙгелдә тула күңел, -
Шундай хисле йыр - моңдарға!

Керәм әле Ильинка ға,
Барам әле Мансурҙарға.
...Ирәндек буйҙары тулы, -
Аҫылташ һәм алтындарға!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас