

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.
"Ҡорама"
Борма юлдар ҡайҙа илтә, тиеп,
Зинһар, дуҫҡай, минән һорама.
Ана, алда, тауҙар араһында,
Йәйрәп ята беҙҙең Ҡорама.
Аҡ ҡайынлы һылыу урмандары
Сафлыҡ өҫтәй тыуған яғыма.
Һағыш тулы Миәсс яғын ташлап,
Ҡайтам әле йәшлек сағыма.
Мөхәббәтем мине юҡһыналыр,
Ашығамын һиңә, Ҡорама.
Һөйөүҙәрең һаман сафмы, тиеп
Күҙҙәремә һынап ҡарама.
Ҡыҙыл еләктәрҙе усҡа һалып,
Тәмлеме, тип, минән һорама!
Минең ғүмер сит ерҙәрҙә үтә,
Һөйөүҙәрем һиндә, Ҡорама.
Пар аттарын егеп, гармун һуҙып,
Кемдәр йөрөй, тимә, урамда? —
...Һөйгәнемде эҙләп ҡайтып киләм,
Ҡаршы алсы мине, Ҡорама!