Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
15 Мая , 03:10

"Әпсәләм"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Әпсәләм""Әпсәләм"
"Әпсәләм"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Йыр көйөнсә беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096

Рамай Ҡаһирҙың ошо шиғыры көйгә һалынды.

"Әпсәләм"
Иһ, кескәй ауыл Әпсәләм,
Һиңә беҙҙән ҙур сәләм!
Шишмәләрең сылтыраһа, -
Тынып ҡала бар ғәләм.

Саф шишмәләр иле бит һин,
Ян - яғың матур урман.
Һиңә ҡайтһам, күңелемдә
Таша илһам, дәрт - дарман!

Кескәй генә ауыл бит һин,
Ун - ун бер йорт ни бары.
Ҡайтам тиһәң, ҡайтып булмай, -
Йә буран, йә көрт - ҡары!

Юлы юлмы?! Сана үткән,
Тапалған, таныш һуҡмаҡ.
Тәҙерәнән күҙен алмай, -
Инәй көтәлер ҡунаҡ...

Ул да мине һағынғандыр,
Һағыш - көслө бурандан.
Ана, ҡаршыма килә бит, -
Мамыҡ шәлен уранған...

Буран тымды. Ҡар аҫтында
Йоҡлай төҫлө бар ғәләм.
...Киске уттарын балҡытып, -
Көтә беҙҙе, Әпсәләм!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас