Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
18 Мая , 05:15

Аҡҡош ауазы. Хикәйә

Әхтәм бик иртә тора. Ҡоштар ҙа, һыу тереклеге лә таң менән уяна. Уяна ла үҙ хәстәре менән йәшәй башлай. Һәр йән эйәһе ҡыбырлай, ҡыймылдай, тәғәм эҙләй, таба, ташый, ашай. Әҙәм нәҫеле Әхтәмдең шөғөлө иһә – балыҡ тотоу. Әлбиттә, ҡураһында һыйыры, һарығы, ҡаҙы, тауығы ла бар. Мәгәр мал-тыуарҙы үҫтерергә, көрәйтергә ваҡыт кәрәк, һуйып, гелән баҙарға илтеп булмай. Ә балыҡтың ғилләһе башҡа. Ул – тәбиғәт бушлай биргән байлыҡ, яҙын, йәйен, көҙөн көн һайын тигәндәй ҡулакса килтерә. Ялҡауың ғына килмәһен.

 

Әхтәм Ҡайынкүлгә йәшертен генә ау һала, ауға табан, ҡарабалыҡ, ваҡ суртан, шүрәт эләгә. Суртанды ялтырға ла ҡаптыра. Табышын яҡындағы ҡаланан ял итергә килеүселәргә һата. Улар йәйен күл буйында мыжғып тора. Бәғзеләре палатка ҡороп, һыу инеп, музыка уйнатып, йырлап, бейеп аҙналар буйына ята. Инде байтағы Әхтәмгә таныш-белеш. Уның ярға сығыуын көтөп торалар, тотҡан балығы барыһына ла етмәй ҡала. Тағы килтереүен, күберәк килтереүен үтенәләр. Вася тигәндәре бигерәк әрһеҙ, хәмер эсереп, балығының хаҡын төшөртә, өйөнән һөт-ҡаймағын, хатта ҡоро утынын да килтертә. Гипноз хәлендәге кеше һымаҡ, Әхтәм уның әйткәнен үтәй. Тегенеһе һалпы яғына һалам ҡыҫтыра, маҡтап-хуплап рюмка тоттора. Был ныҡ ҡына арыған-талған, еүешләнгән балыҡсының тәненә еңеллек килтерә, кәйефен күтәреп ебәрә.

Әхтәм балыҡсылау әмәлдәрен бала саҡтан һәйбәт белә. Ул ауылдан ситтә, күл башында үҫте. Иҙелбаштағы комбинат етәкселәре көсөргәнешлектән, йәнде ҡаҡшатҡан ығы-зығынан бушаныу өсөн бында, хозур тәбиғәт ҡосағында, ҙур ғына йорт һалдырғайны. Инәһе килеүселәргә табын әҙерләй, мунса яға, түшәк кәрәк-ярағы йыуа, үтекләй, атаһы балыҡсылай, ау ҡорорға, шапылдатҡыс менән балыҡ ҡурҡытырға улын да алып сыға ине. Балыҡ һурпа бешерергә лә, ҡурырға ла, мул итеп күстәнәскә лә кәрәк. Ә ҡунаҡтар йыш килә. Баштарына кейеҙ ҡалпаҡ, ҡулдарына бәз бейәләй кейеп, ҡыҙыу мунса ташына ҡайнар һыу ҡойоп, ҡып-ҡыҙыл булғансы сабыналар ҙа ах та ух күлгә сумалар. Әхтәм дә улар тирәһендә уранғылай, юҡ-бар йомоштарын үтәргә йүгергеләй.

Түрәләр ҡәнәғәт: «Малайка молодец!» – тип һумлыҡтар ҙа һонғолайҙар. Атаһы: «Улар аҡсаны көрәп ала, металлург булһаң, һин дә алырһың», – ти. Гел шулай тигәс, мәктәпте тамамлағандан һуң Әхтәм металлургия техникумына уҡырға инде, шунан комбинатта сым һуҙа башланы, арыу ғына бол алды. Әммә бәхет оҙаҡҡа барманы. Донъяны пыран-заран иткән ҡойон һымаҡ, күнегелгән йәшәйеште үҙгәртеп ҡороуҙар Әхтәмгә лә ен-пәрей һымаҡ ҡағылды. Йөҙәрләгән иптәштәре менән уны ла эштән ебәрҙеләр. Әүәлге таныш түрәләр ҙә алмашынғайны. Шуның замирынан бер килке ҡаңғырып йөрөнө-йөрөнө лә ауылға ҡайтты Әхтәм. Йәшәр әле балыҡ аулап, бирешмәҫ.

***

Мәғрур тауҙар, һомғол ҡайындар ҡуйынына һыйынған Ҡайынкүл иҫ киткес матур. Тирә-йүнгә еләҫлек бөркөп, һауаны сафландырып йәйрәп ята ул. Баш яғында тау һырттары һыу ситенә үк килеп етә, ҡая таштары ҡалҡып тора. Көнсығыш, көнбайыш тарафтары һөҙәк, йәм-йәшел сиҙәм, ҡомло, ташлы түбәлек. Йәнәштәге һырттарында ҡарағай, ҡарағас, дунала күренгеләй, таш еләге, ер еләге, әберсә, сейә тамылйып бешә. Үҙәндәрендә Көсөкбай, Тәкәлек, аҡйылға, арғамыш һыуҙары сылтырай. Күк ынйылай Ҡайынкүлдең дә һыуы таҙа, ғәйәт йомшаҡ, йыуһаң – сәсең ебәк һымаҡ. Йәйен – өҫтө йылы, аҫты – һалҡынсараҡ. Бит уға һалҡын һыулы Ҡарабиҙәү, Ташъяр кеүек күп шишмәләр ҡоя. Йәннәттәй йәмле Ҡайынкүл! Өҫтөндә аҡсарлаҡтар оса. Килеүселәр хозурлыҡҡа хайран ҡалып, саф һауаһын һулап, ләззәтләнеп ял итә, рәхәтләнеп һыу инә, кәмәлә йөҙә.

Балыҡсылыҡ шөғөлө Әхтәмдең булмышын бөтөнләй биләп алды. Тик хозур Ҡайынкүл буйында бала саҡтағы һиллек, именлек бөтөүе генә күңелһеҙләндерҙе. Тәү мәлдә йәнтөйәгенең йәмен, ҡәҙерен белмәүселәргә, бәҫен ебәреүселәргә ныҡ борсолдо. «Фу, миһырбанһыҙҙар, йәннәттәй ерҙе бысраталар», – тип көйөндө. Яр буйы тулы һыу һауыттары, һыра, араҡы шешәләре, быяла ярсыҡтары, аш ҡалдыҡтары... Моторлы кәмәләр геүелдәй, мылтыҡтар дөмпөлдәй. Һиңкелдәп ятҡан һаҙлыҡтарҙа сыңрау торналарҙың йөрәк тетрәткес тауыштары уның йән әрнеүен көсәйтә, рәнйетелгән тереклек донъяһы сеңләй кеүек тойола. Хәҙер кеше тәбиғәт менән аһәңле йәшәмәй шул, йәшәмәй! Тора-бара бындай хәлгә, мөнәсәбәткә Әхтәм үҙе лә күнекте, ҡотһоҙлоҡҡа бөтөнләй иғтибар итмәй башланы.

Ҡамыш, тал баҫҡан күтерҙәрҙә ҡыр өйрәктәре быйыл да оя ҡорҙо, бала сығарҙы. Көҙөн һунарсылар атһа ла, яҙын ҡабат әйләнеп киләләр. Әллә бында уларға хәүеф-хәтәр янағанын оноталар инде. Ҡасандыр Ҡайынкүлдә, кешеләрҙе һоҡландырып, аҡҡоштар ҙа йөҙөп йөрөгән. Мәгәр яман әҙәмдәрҙән биҙеп, байтаҡ йылдар инде күренмәйҙәр, төлөк урындарға ғына төшәләр.

Сентябрҙең сыуаҡ мәле ине. Йыш ҡына сыбарланып, тулҡындарын ҡағып ятҡан күл әле тып-тын. Ҡамыш, тал ышығында нимәләрҙер суп та суп килә. Әхтәм, һиҫкәнеп, кәмәһен шул тирәгә борҙо. Супырлау асығыраҡ ишетелде. Ҡаҙҙар ҡойона, буғай. Был яҡҡа килеп етмәй торғайнылар ҙа. Балыҡсы яҡыная бирҙе һәм, яп-яҡтыла мөғжизә күргәндәй, иҫе китте: уның ҡаршыһында – аҡҡоштар, һомғол һынлы аҡҡоштар!

Үлеп ғашиҡ булып, һылыу ҡыҙ янына ашыҡҡан егеттәй, Әхтәм икенсе, өсөнсө көндө лә аҡҡоштар янына алҡынды. Тәүҙә тегеләр унан ситләште, бик яҡын юллатманы. Әхтәм балыҡ тотоуын да онотоп, сәғәттәр буйына һомғолҡайҙарға бағып, ғәжәп ҡылып ултырҙы. Шундай гүзәл, нәфис йән эйәләре! Наҙлылар, иркәләр, һөйкөмлөләр. Юҡҡа ғына һылыу ҡыҙҙарға «аҡҡошом!» тимәйҙәр икән.

Мәктәптә уҡығанда уҡытыусыһының аҡҡош тыуы тураһында һөйләгәне шул саҡ йәнә хәтеренә төштө. «Ҡанбабабыҙ Уралдың ҡатыны Һомай – ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы, бәхет ҡошо. Урал мәрхүм булғас, ул ҡош тунын башҡа һалмаған, ситтәр күҙен алырлыҡ ҡабат һылыу булмаған, ҡош көйө ҡалған һәм осоп киткән. Байтаҡ йылдар уҙғандан һуң, Һомай ныҡ һағынып, Уралға килеп, уны уйлап моң сәскән, аҡҡош булып түл йәйеп, аҡҡош тыуын үрсеткән. Урал батырҙың саф уйындай, аҡҡош төҫө аҡ булған. Ҡәрҙәштәр быны яҡшы белгән, бер туғандай күрешеп, ау аулауҙан тыйышып, аҡҡош тотоп еймәҫкә һәр кемгә әйтешкән. Урал батыр нәҫеле Һәүбән дә Һомайғоштоң тыуы булған аҡҡоштарҙы атмаҫҡа ҡушҡан. Аманаттың ғилләһе шул: кешегә аҡҡош ите харам».

Уҡытыусы ағай хикәйәтен дәфтәргә яҙҙырып, уҡытып, һәр баланан ҡабат-ҡабат һөйләтте. Һомай нәҫеле аҡҡоштарҙың Урал заты ла икәнен, йәнә лә яратып, иркәләп балаларға «аҡҡошом» тиеүҙе лә төшөндөрҙө. Шуға ла аҡҡош тураһындағы ҡарһүҙ Әхтәмдең хәтеренә ныҡ уйылды.

Һомайғош тыуының асылы нәҫелдән нәҫелгә күсәлер, күрәһең. Алыҫҡа, бик алыҫҡа юлланып, әммә моңланып, һағынып, аҡҡоштар Уралдың күк ынйыһылай Ҡайынкүленә көс-ҡөҙрәт, ғәйрәт алырға төшкәндер, моғайын. Шүлгән һымаҡ яуыздарҙың яһиллығын бер килке онотҡандарҙыр. Шундай уйҙар кисерҙе Әхтәм Һомай ҡоштарына һоҡланып. Тора-бара һомғолҡайҙар уға күнекте, Әхтәм кәмәһендә уларҙың араларында йөҙөп йөрөй башланы, йәнәштәрендә генә балыҡ ҡаптырҙы.

***

Көҙ көҙ инде, көндәр һалҡыная төштө. Өшөттө, етәр бөгөнгә. Ниңәлер эсе лә боша. Аңлашылмаған хис-тойғо, кисереш күңелендә. Әхтәм ярҙа Васяның таныш «Нива»һын күреп, шул яҡҡа ыңғайланы. Бәлки, йылытырҙар ҙа.

Урыҫтар яр ышығындағы йәшел сирәмгә ҡорам ҡорған. Йыйылма өҫтәлдә – араҡы, тоҙло ҡыяр, шашлык... Ымһындырғыс аш-һыуҙы күргәс, Әхтәмдең күҙҙәре янды, тамағы ҡылҡылданы. Быны Вася ла тойҙо.

– Ахтямка, әйҙә беҙҙең менән, – тип пластмасса һауытҡа араҡы ҡойҙо. Берәүҙе тотҡас, икәү, өсәү иттеләр. Әхтәм йомшарҙы, урыҫтарҙың ғәм белмәй ял итеүенә көнләшеп тә ҡуйҙы. Беҙ ошонда йәшәһәк тә, күл буйына сығып, табын ҡороп ултырмайбыҙ, донъя мәшәҡәтенән бушамай йөрөп тик ятабыҙ. Бушаған саҡта ла ниңәлер тәбиғәт ҡосағына сыҡмайбыҙ. Ә бит һыуға ҡарап, усаҡҡа бағып, гәп һатып, ҡымыҙ эсеп йырлашып ултырыуы үҙе бер ғүмер.

– Ҡорҙаш, тим, ҡорҙаш! – Вася Әхтәмде уйынан бүлде. – Күлдең анау төшөнә аҡҡоштар төшкән. Һин дә шунда балыҡсылайһың. Исмаһам, береһен генә атып алып кил, беҙҙең мылтыҡ юҡ.

Ах, нисек күреп ҡалған һуң был ен һуҡҡыр аҡҡоштарҙы? Нисек? Күл бит күҙ күреме етмәҫ ҙур, оҙон. Кәмәлә йөрөгәндәрендә шәйләнеләрме икән? Әллә осҡандарындамы? Балыҡсы борсолдо, мәгәр һыр бирмәне.

– Беҙҙә, башҡортта, аҡҡош изге ҡош һанала. Уға һунар итеү борон-борондан тыйылған. Юҡ, атмайым! – Әхтәм ҡәтғи рәүештә баш тартты.

– Әкиәт! – тине ҡыҙмаса булып алған Вася. – Ҡаҙ итен бик яратып ашайһығыҙ, бер ҙә яҙыҡ һанамайһығыҙ, хатта ҡаҡлайһығыҙ.

– Ҡаҙ ҡаҙ инде, аҡҡош түгел.

– Нисек... түгел? Наҙан һин, Ахтямка! Улар икеһе лә – оҙон муйынлы һыу ҡошо, икеһе лә – ашамлыҡ.

Әхтәм бирешергә теләмәне, үҙ һүҙен һөйләне:

– Вася, һин үҙең аңламайһың. Аҡҡошҡа теймәү – беҙҙең изге йола, ғөрөф-ғәҙәт.

– Ғөрөф-ғәҙәт, имеш. Ғәҙәт түгел, хөрәфәт. Шул хөрәфәткә ышанып, был үҙеңде сикләү, тәмле тәғәмдән мәхрүм итеү. Бына беҙ өйрәген дә, оҙанын да, һуйырын да атып алып рәхәтләнеп ашайбыҙ. Аҡҡош ите ишшеү ҙә затлыраҡ.

– Беҙҙең күлдең табаны, шүрәте, ҡарабалығы ла телеңде йоторлоҡ. Бына, әле генә сығарҙым, һаман да ҡыймылдашып яталар. Өс килограмм булыр. Ал. Йөҙ илле һумға ғына бирәм.

– О-о-о! Беҙ балыҡты ла яратабыҙ. Суртандың ухаһы айырыуса шифалы. Ахтямка, молодец, шәп кеше һин! – Урыҫ балыҡты ла, балыҡсыны ла маҡтай-маҡтай аҡсаһын сығарып һалды. – Әйҙә, балыҡты йыуып ҡуяйыҡ.

Ҡара кеше һүрәтле шешәнән ҡойоп, балыҡты йыуҙылар, әсе ҡыяр ҡаптылар. Әхтәмдең зиһене нығыраҡ томаланды. Вася урай-урай тағы ла аҡҡош тураһында һүҙ сурытты:

– Һеҙ ни, ауылда йәшәгәс, ишле ҡаҙ аҫрайһығыҙ, һуйып, өмә үткәреп, байрам итәһегеҙ. Һуғанлап, һарымһаҡлап итен һоғонған, ҡоротлап һурпаһын эскән бар. Бер башҡорт танышым ҡаҙ ботон майлы ҡоймаҡҡа урап, ҡаймаҡҡа манып ашатты. Тәмле! – Урыҫ ирендәрен ялап алды. – Беҙгә, ҡала бахырҙарына, ҡаҙ ите онотҡанда бер эләгә. Хәҙер, көҙөн, бынау аҡҡоштар һимеҙ инде. Ахтямка, мин һинә әйтәм: әкиәткә ышанма, ҡурҡма, хәҙер шундай заман, иң тәүҙә үҙеңде уйла. Бына һиңә мең һум – аҡҡошто атып алып кил! Деликатес өсөн мең һум йәл түгел. Минең өсөн иң мөһиме – затлы ашамлыҡ!

Күңелде иретерлек һәм әүрәтерлек һүҙе менән тәьҫир итеп, аҡсаһы менән арбап, хәмерҙән йомшарған балыҡсыны үҙ ихтыярына буйһондорғандан-буйһондорҙо Вася. Әхтәмдең буталған башында төрлө уйҙар уралды. Был аҡсаны табыу өсөн әллә нисә көн иртә таңдан торорға кәрәк. Ә аҡҡошто атыу йәһәт, мылтығыңды бер дөпөлдәттең – бөттөң. Аҡҡош ите кешегә харам, тиеү, ысынлап та, әкиәттер ул. Ҡоштоң кеше менән ниндәй уртаҡлығы булһын? Аҡҡоштоң ҡатын-ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙың аҡҡошҡа әүерелгәнен кем күргәне бар? Әхтәмдең дә күргәне юҡ. Вася әйтмешләй, ҡош ҡош инде, әҙәм затына ризыҡ өсөн яратылған. Аҡса аяҡ аҫтында ятмай, урыҫ иһә инәлеп, ҡулыңа һоноп тора.

– Ал, ал, – тип ҡотортто күҙгә күренмәҫ нәфсе. – Биргән саҡта – ал! Гел биреп тормаҫтар...

– Ярар, бер аҡҡошто атҡандан донъя кителмәҫ әле. – Әхтәм әллә урыҫҡа, әллә нәфсегә һырт бирҙе.

– Бына был, исмаһам, беҙҙеңсә! – Вася шап иттереп уның иңбашынан ҡаҡты.

***

Әхтәм күп эсеүҙән зиһенен, аҡылын юйып өйөнә ҡайтты һәм һунар мылтығын алды. Шул килеш кәмәһенә ултырып, аҡҡоштар яғына йөҙҙө. Улар күлдең ҡайын, ерек, муйыл, тал ҡаплаған һаҙамыҡ шары тирәһендәге ҡамышлы ышығында ҡойона. Кәмә яҡынайғас, хәүефләнгәндәй, һомғол муйындарын тағы ла нығыраҡ һуҙҙылар. Таныш әҙәми затты күргәс, тынысландылар, томшоҡтары менән ҡаурыйҙарын рәтләргә керештеләр.

Мөртәт мылтығын бер алды, бер һалды. Ниңәлер күңеле шомланды. Аҡҡоштар уны үҙ итә, уға ышана. Ул иһә, ышаныстан файҙаланып, изге ҡоштоң ғүмерен ҡыймаҡсы. Ата һүҙен тотмай, ҡабырсаҡтан ҡан һемергән, ҡанлы йәшен түгеп, ебәреүҙәрен ялбарған Һомай аҡҡошто ашарға тырышҡан яуыз Шүлгән затынан микән әллә мин? Ҡанбабалар йолаһын боҙоп, ҡан көҫәйем бит. Аҡҡош ҡанын! Аҡҡош ите кешегә харам, тигән сың телеп үтте мейеһен. Бәлки, харамдыр? Ләкин уны үҙе ашамай ҙа, урыҫ ашай. Харам кафырға төртөр. Мәгәр атыу тыйылған ҡошто кем ата һуң! Башыма ҡәһәре төшһә?.. Төшһә төшә инде. Һуң инде, һуң! Хәмерҙәрен – эскә, мең тәңкәһен кеҫәмә һалдым...

Тымыҡ күл өҫтөндә ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғыраны. Хәүеф, шом һалған ҡыйғаҡ тауыш менән аҡҡоштар күккә күтәрелде. Берәүһе ҡанһырап, һомғол муйыны һәлберәп, күл өҫтөндә ятып ҡалды. Уны йәһәт кенә эләктереп, Әхтәм кәмәһенә һалды һәм, тетрәткес шауға һиҫкәнеп, юғарыға баҡты. Күл өҫтөндә өйөрөлгән ҡош тубынан берәүһе айырылып, бейегерәк күтәрелде. Пары һәләк булғанын, яңғыҙ ҡалғанын тойған, рухы һынған ата аҡҡош! Уның хәсрәтле әсе тауышы һауаны ярып, йөрәккә үтте. Нәҡ Әхтәмдең өҫтөндә осоуҙан туҡтаны ла, таш һымаҡ аҫҡа йомолдо ғәййәр ҡош һәм, кәмәнең ҡырыйына килеп төшөп, шундуҡ йән бирҙе, алһыу ҡаны битенә сәсрәне. Әхтәм шаҡ ҡатты: пар аҡҡоштар береһе өсөн береһе үлде! Ҡоштарҙың да мөхәббәте шул ҡәҙәре көслө була икән! Йә Хоҙа, нишләнем мин, нишләнем?..

Ата аҡҡоштоң хәсрәтле һуңғы ауазы башҡаларына яһилдан ҡон алырға саҡырған оран һымаҡ та яңғыраны, буғай. Аҡҡош тубы берҙәм рәүештә йән ҡыйыусыға ябырылды. Башы осонан осоп, битен, сикәләрен суҡыштары менән суҡыйҙар, ҡанаттары менән һуғалар. Һыу өҫтө ҡош ҡауырһыны, йөнө менән тулды. Хәҙер үлтерәләр, хәҙер бөтөрәләр! Мылтығы төшөп китеп, күл төбөнә батты. Ҡулдары менән генә һелтәнеп ҡаршы торорлоҡ, ҡотолорлоҡ түгел. Аҡҡоштар ҡыйылып осоп, ҡайтанан һөжүмгә ынтылған арала, яһил йәнтәслимгә ярға табан йөҙҙө. Ниһайәт, һыу өҫтөнә хәтле эйелгән ҡайындың ботаҡтары аҫтына кереп боҫто. Ҡоштар иһә һауаға күтәрелеп, мәрхүм ҡәрҙәштәре менән хушлашҡандай, күл өҫтөндә өйөрөлдө-өйөрөлдө лә күкһеллеккә инеп юғалды.

Әхтәм дә боҫҡан урынынан сыҡты. Бите ҡып-ҡыҙыл сей яра. Утҡа бешкәндәй янып барғас, башын һыуға тыҡты, ҡанлы ҡулдарын йыуҙы. «Дуңғыҙҙар»ҙың һүҙен тыңлап, кәрәгеңде алдыңмы, йолҡош, тип, был яманлыҡҡа ҡотортоусыларҙы ла, үҙен дә һүкте.

Ҡултыҡтан йөҙөп сыҡҡанда, урыҫтар уны ярҙа көтөп тора ине. Ҡулы, бите суҡылып, кейеме теткеләнеп бөткән Әхтәмде күреп, улар телһеҙ ҡалды. Ниһайәт, Вася:

– Ни булды? – тип һораны.

– Ни булһын, бәлә булды. Мин – әҙәм аҡтығы, – башҡаса ауыҙ ҙа асманы Әхтәм.

Ҡанаттарынан тотоп, ҡорбандарын урыҫтарҙың аяҡ аҫтына ырғытты. Шул саҡ башы тағы ла нығыраҡ зыңҡып ауыртыуын тойҙо. Ҡулдары ҡалтырай, йәне-тәне өшөй, болоҡһой. Әйтерһең, үле аҡҡоштарҙың йәне һымаҡ, уны ла ҡото ташлап китмәксе. Урыҫтар иһә, Әхтәмдең бер юлы ике аҡҡош килтереүенә ҡыуанышып, сатырҙарына ҡарай атланы. Вася, боролоп, ҡаҙ мамығындай йомшаҡ сирәмгә ҡара кеше һүрәтле шешә бырағытты:

– Стресыңды сығар...

***

Оҙаҡ, бик оҙаҡ ятты Әхтәм күл буйында имәнес төштәр күреп. Йәнәһе, ул ҡара кеше һүрәтле шешәнән араҡы түгел, ғорғолдатып ҡан эсә. Аяҡтары бәйләнгән аҡҡоштар, бысаҡ тотоп, муйындарын ҡырҡырға теләгән яуызға: «Ебәр, зинһар өсөн ебәр, беҙ изге йәндәр!» – тип инәлә. Ҡотолорға талпына торғас, аҡҡоштарҙың ҡанаттары ҡайырылып сыҡты, Әхтәмдең өҫтө-башы ҡанға мансылды. Әллә ҡайҙан мәрхүм уҡытыусыһы пәйҙә булып, уға тишерҙәй, йәнен өтөрҙәй итеп ҡарай: «Бәдбәхет, рухыма ҡара яҡтың, ҡәбәхәт!» – тип аяғынан тотоп һөйрәй...

Әхтәм яман итеп аҡырып уянды. Тәне дер ҡалтырай, бите әсетеп һыҙлай, йөрәге һулҡылдай. Күҙҙәрем томаландымы икән тиһә, ҡараңғы төшкән икән. Ярылып килгән башын тотоп, ауа-түнә ауыл яғына ыңғайланы. Тәнтрәкләп бара торғас, алды яҡтырып киткәндәй тойолдо. Лаяҡыл иҫерек Әхтәм арттан машина яҡынайыуын да тойманы.

Аҡҡош итен ҡыҙҙырып ашап, туйып, кикереп, Вася ла ҡорҙаштары менән ҡайтырға ҡуҙғалғайны. Көн буйы эсеүҙән мейеләре һыйыҡланған, күҙҙәре томаланған урыҫтар төн ҡарасҡыһын күреү түгел, шәйләмәне лә. Машина уны тапап үтеп, ҡапыл ситкә тайпылып, йыуан ҡайынға барып бәрелде. Күҙҙәргә уттар күренде. Ошо минутта ниндәйҙер хикмәт менән күктән таш һымаҡ атылған аҡҡоштоң шомло ауазы Әхтәмдең ҡолағында йәнә бер сеңләне һәм күбәләктәй йәне, яманға тарыған тәненән айырылып, Ҡош юлына ҡарай осто.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас